Белем һәм тәрбиә
1 Март 2025, 12:30

Уҡыусыларға яңы фән оҡшай

"Ярты йыл эсендә уҡыусыларым ярайһы уҡ белемгә эйә булды. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ҡорал менән эш итмәгән егеттәр хәҙер автомат макетын һүтеп-йыйыуҙы бер нисә секундта башҡара. Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай, улар хатта күп йәһәттән сосораҡ та. Иң мөһиме – балалар был дәресте, айырыуса ғәмәли күнекмәләрҙе ныҡ оҡшата, теләп шөғөлләнә", – ти уҡытыусы.

Уҡыусыларға яңы фән оҡшайУҡыусыларға яңы фән оҡшай
Уҡыусыларға яңы фән оҡшай

Беҙ бөгөн илһөйәрлек, Тыуған илгә тоғролоҡ тигән изге төшөнсәләр аныҡ эштәр менән раҫланған заманда йәшәйбеҙ. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа мәғарифтың төп бурысы – йәш быуынға дөрөҫ йүнәлешле, ныҡлы тәрбиә биреү, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы Ватаныбыҙҙың лайыҡлы алмашы, ышаныслы киләсәге итеп үҫтереү. Быйылғы уҡыу йылынан мәктәп программаһына индерелгән “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау” фәне лә ошоно күҙ уңында тотоп булдырылды.

Яңы фәндең маҡсат-бурыстары

Аныҡ ҡына итеп әйткәндә, башланғыстың маҡсаты – уҡыусыларға милли хәүефһеҙлектең асылын аңлатыу, уларҙы Ватанды һаҡлау өсөн кәрәкле ғәмәли күнекмәләргә өйрәтеү, ошо йүнәлештә тейешле белем биреү. Яңы фән граждан булараҡ яуаплылыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү, үҙеңде яҡлау, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында юғалып ҡалмау, беренсе ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ғәмәли белем биреү, уҡыусыларҙың физик әҙерлек кимәлен күтәреү, мәғлүмәти хәүефһеклек нигеҙҙәренә өйрәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Уҡыу кабинеттары йыһазландырыла

– “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, республика мәктәптәрендә “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау”, “Хеҙмәт” кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Яңыртыу тап ошо фәндәрҙән башлана. Әлеге маҡсатта бүленгән сумма 203,5 миллион һум тәшкил итә, – тип билдәләне БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Башҡортостан тейешенсә йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Рәсәйҙә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Быйыл район һәм ҡалаларҙағы 711 мәктәпте яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү планға алынған.

Уҡыу бүлмәләрен яңыртып йыһазландырыу ни өсөн тап ошо фәндәргә ҡағылышлы башлана, тигән һорауға яуап биреп, Илдар Марат улы былай тине: “Сөнки был кабинеттарҙа йәш быуын Тыуған илен яратырға һәм һаҡларға, оло һәм кесе Ватаны файҙаһына хеҙмәт итергә өйрәнә”.

Хәрби белем нигеҙҙәре өйрәтелә

Быйылғы уҡыу йылында “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанлы һаҡлау” фәненә “Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре” модуле өҫтәлде, ә VII – IX кластарҙа “Хеҙмәт” дәресе “Робот техникаһы” бүлеге менән тулыланды. Һуңғыһына ярашлы, уҡыусылар пилотһыҙ осоусы авиация системалары менән эш итергә өйрәнәсәк. Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса уҡытыу карталар менән эшләү, урында ориентир алыу, ҡырағай тәбиғәттә йәшәү үҙенсәлектәрен өйрәтеүҙе лә күҙ уңында тота. Әлбиттә, илһөйәрлек тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Был йәһәттән уҡыусыларҙы илебеҙҙең хәрби-техник мөмкинлектәре, Рәсәй яугирҙәренең ҡаһарманлыҡтары, тарихи факттар менән таныштырыу ҡаралған.

– Егеттәр башланғыс хәрби әҙерлек менән тейешенсә шөғөлләнә алһын өсөн, уҡыу ҡоралдары ҡулланып, ғәмәли дәрестәр үткәрелә. Калашников автоматы, Макаров пистолеты, ҡул гранаталары макеттары, газдан һаҡлай торған саралар, респираторҙар, шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн тренажер-манекендар һәм башҡалар яңыртыласаҡ, – тип билдәләне Илдар Марат улы. 

Балалар ихлас шөғөлләнә

Яңы фәнде уҡытыу ғәмәлдә нисек ойошторолоуы менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ Өфө ҡалаһындағы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына юлландыҡ.

– Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау фәнен уҡыта башлар алдынан ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Уҡытыусыларға квалификация күтәреү курстары ойошторолдо, яңы дәреслектәр баҫылды. Әлеге көндә беҙ уҡыу әсбаптары менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Шулай уҡ ошо фәндәр буйынса уҡыу бүлмәләрен йыһазландырыуға ныҡлы иғтибар йүнәлтелде. Был эш әле лә дауам итә. Ниндәй ҡорамалдарға ихтыяж бар, шуларҙы билдәләп, заказдар эшләйбеҙ. Был тәүге йүнәлеш булһа, ҙур иғтибар бүленгән икенсе мәсьәлә – ошо фән ярҙамында уҡыусылар күңелендә Ватанға һөйөү, ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә тоғролоҡ, уны һаҡларға әҙер булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү, ­– тип билдәләне гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова.

Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Илнар Дамир улы Ҡунаҡҡужинды VIII “А” класы уҡыусыларына тап ошо дәресте үткәргән мәлендә тап иттек. Егеттәр Калашников автоматының макетын һүтеп-йыйыу, противогаз менән эш итеү оҫталыҡтарын күрһәтте.

– Ярты йыл эсендә уҡыусыларым ярайһы уҡ белемгә эйә булды. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ҡорал менән эш итмәгән егеттәр хәҙер автомат макетын һүтеп-йыйыуҙы бер нисә секундта башҡара. Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай, улар хатта күп йәһәттән сосораҡ та. Иң мөһиме – балалар был дәресте, айырыуса ғәмәли күнекмәләрҙе ныҡ оҡшата, теләп шөғөлләнә, – ти Илнар Дамир улы.

Тәнәфес ваҡытында ул беҙҙе уҡыу бүлмәһе менән яҡындан таныштырҙы. Стенала кәрәкле мәғлүмәт тупланған стендтар, стеллаждарҙа газдан һаҡлай торған саралар, респираторҙар, төрлө ҡорал макеттары, хәрби тормошта ҡулланылған әйберҙәр урын алған. Калашников автоматы, Макаров пистолеты макеттары махсус сейфта һаҡлана. Күренеп тора: кабинетты йыһазландырыуға етәкселек тә ҙур көс һалған, уҡытыусы үҙе лә ижади ҡараған. 2013-2014 йылдарҙа Рәсәй Армияһында элемтәсе булып хеҙмәт иткән Илнар Дамир улы әрмелә туплаған тәжрибә әлеге эшемдә ныҡ ярҙам итә, ти. Шулай уҡ хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанлы һаҡлау фәне уҡытыусыһы булараҡ, октябрь айында Шишмә районындағы “Патриот” паркында бер аҙналыҡ курс үткән. “Был уҡыуҙың файҙаһы ҙур булды. Яңы ҡорал төрҙәре, хәрби ҡорамалдар менән таныштыҡ. Айырыуса тактик медицина буйынса яңы белемгә эйә булдыҡ. Башҡа мәктәптәрҙәге коллегалар менән аралашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, әле лә бәйләнештә эшләйбеҙ”, – ти Илнар Дамир улы.

Ейәнсура районының Буранғол ауылында тыуып үҫеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем алған йәш белгес был гимназияла эш башлауына бишенсе йыл.

– Хеҙмәтемде яратып башҡарам. Балаларҙың ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүе мине лә дәртләндерә. Әле яңыраҡ, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, ошо йүнәлештә ярыш ойошторҙоҡ. Белеүегеҙсә, был фәнде VIII – XI класс уҡыусылары өйрәнә, ә бына ошо ярыш алдынан VII класс уҡыусылары үҙҙәре ҡатнашырға теләк белдереп, көн һайын дәрестән һуң ҡалып, ғәмәли күнекмәләр өйрәнде һәм бик лайыҡлы сығыш яһаны, – ти ҙур ғорурлыҡ менән Илнар Дамир улы.

Уҡытыусы кабинетты өҫтәмә йыһазландырыу, айырыуса беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтеү өсөн тейешле ҡорамалдарға, манекендарға ихтыяж барлығын әйтте. Мәҡәләнең башында билдәләүебеҙсә, республика етәкселеге был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара, шуға күрә быйылғы йылда күп мәктәптәрҙә яңы уҡыу ҡорамалдары барлыҡҡа киләсәк.

Уҡыусылар нимә ти?

Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының да фекере, яңы фәнгә ҡарашы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Мансур ХӨСӘЙЕНОВ, VIII “А” класы уҡыусыһы:

– Ярты йылдан ашыу ваҡыт эсендә күп нимәгә өйрәндек. Мәҫәлән, мин хәҙер Калашников автоматының ҡоролошон тулыһынса беләм. Уҡытыусыбыҙ уны нисек дөрөҫ тотоу, һүтеп-йыйыу, атыу, магазинды алмаштырыу, таҙартыу, ҡорал менән һаҡ эш итеү йәһәтенән барыһын да өйрәтте. Шулай уҡ, мәҫәлән, тәүге дәрестәрҙә противогазды кейә алмай ыҙалай инек, хәҙер уны “һә” тигәнсе башҡарабыҙ. Был фән биргән белем тормошта беҙгә ныҡ кәрәк буласаҡ, тип уйлайым. Шулай уҡ өлкәнерәк класс уҡыусылары “Патриот” паркы тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Минең дә унда үткән хәрби уҡыуҙарҙа ҡатнашырға теләгем ҙур.

Ильяс БОТАШЕВ, VIII “А” класы уҡыусыһы: 

– Гимназияла төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар үтә. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ойошторолған сарала класыбыҙ менән ҡатнаштыҡ. Унда автомат, противогаз менән эш итеү, тирҙа атыу буйынса ярыштар булды. Әлеге ваҡытта ҡул көрәше буйынса ярышға әҙерләнәбеҙ. Шулай уҡ гимназиябыҙ йыл һайын строй менән йырлап атлау конкурсында уңышлы сығыш яһай. Тиҙҙән “Зарница 2.0” тигән уйын үтәсәк. Ошондай саралар ваҡытында тағы ла нығыраҡ дуҫлашабыҙ, команда рухы барлыҡҡа килә.

ФЕКЕРҘӘР

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

– Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең һуңғы ултырышын үткәргәндә география уҡытыусылары менән һөйләшеү зарурлығына иғтибар йүнәлттек. География уҡытыусылары – тыуған төйәк матурлығын һәм байлығын төп аңлатыусылар, кеше күңеленә еткереүселәр. Минеңсә, уларҙан тыш, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, Ватанды һаҡлау һәм хеҙмәт уҡытыусылары менән дә осрашырға тейешбеҙ. Был кешеләр йәштәребеҙ аңына бик мөһим ҡиммәттәрҙе һала. 

Салауат КӘРИМОВ, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре:

– Мәктәп программаһына “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау” фәнен индереү, хеҙмәт тәрбиәһен ҡайтарыу бик дөрөҫ алым тип иҫәпләйем. Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы бер нисә тиҫтә йылда был төшөнсәләр икенсе планға күскәйне. Йәш быуынды илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ рухында тәрбиәләү зарурлығын беҙҙән заман үҙе талап итте. Был тәңгәлдә бер дәрес менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай, уны иң бәләкәй балаларҙан башларға, уларҙың күңеленә Тыуған илде, тыуған ерҙе яратыу хистәре һалырға тейешбеҙ.

Беҙ ­– башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрендә хәрби-патриотик тәрбиә алып, ошо йүнәлештә тәүге белемгә эйә булып үҫкән быуын. Ул беҙгә хәрби хеҙмәттә ныҡ ярҙам итте. Илде кем һаҡларға тейеш? Әлбиттә, ир-егет. Ғүмер буйы шулай булған һәм шулай булырға тейеш. “Тейеш” кенә түгел, был – беҙҙең изге бурыс.

Автор фотолары.

Фотоларҙа: Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Илнар Дамир улы Ҡунаҡҡужин дәрес үткәрә.

VIII “А” класы уҡыусылары противогаз менән оҫта эш итә.

Уҡыусыларға яңы фән оҡшай
Уҡыусыларға яңы фән оҡшай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас