Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназияһы-интернатына килеп инеү менән балаларҙың “Һаумыһығыҙ” тип өндәшеүе, ҡыҙҙарҙың аҡ алъяпҡыста йөрөүҙәре, сәстәренең матур итеп үрелгән булыуы күңелде йылытып ебәрҙе. Уҡыуға ғына түгел, тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирелә бында. Бер меңгә яҡын уҡыусы белем алған Бәләбәйҙең уңышлы был уҡыу йортона байтаҡ йылдар Дилбәр Фәтхетдинова етәкселек итә. Шуныһы һөйөнөслө, башҡорт гимназияһында уҡырға атлығып тороусы балалар һаны арта бара.
Бер нисә минут ҡына мәктәп линейкаһын күреү форсаты тейҙе. Шайморатовсыларҙың “Шайморатов генерал” йырын йырлап үтеүҙәре күңелгә рух тойғоларын өҫтәп ебәрҙе. Гимназияла бөгөн шайморатовсылар класы – өсәү, юнармеецтар класы – берәү һәм 12 класс – “Йәш бөркөткәйҙәр”. Кесе йәштән тыуған ереңде яратыу, үҙ илеңдең патриоты булыу тойғоларын һеңдереп үҫә гимназия уҡыусылары. “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” тигән яңыртылған предмет та быға булышлыҡ итә. Был фәндән уҡытыусы Ғәлинур Тиморшин әйтеүенсә, балалар уны ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
- Элек көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге тураһында күберәк һүҙ алып барһаҡ, хәҙер хәрби эш нигеҙҙәрен өйрәнәбеҙ. Автоматты һүтеп-йыйыу, яраланғанда ҡанды туҡтатыу алымдарын уҡыусылар йәштән белеп үҫә. Төрлө хәлдәрҙә лә улар юғалып ҡалмаясаҡ. Уҡыусыларға барыһы ла ҡыҙыҡлы. Хатта автоматты класҡа тиклем тотоп барыу ҙа улар өсөн мәртәбә. Был фән әле 8-11-се кластарҙа алып барыла. Төрлө программалар төҙөп, уны 5-се кластан уҡ башларға кәрәк тигән фекерҙәмен, - тине 23 йыл Рәсәй ДОСААФ-ының Бәләбәй районы бүлексәһе рәйесе булып эшләгән, 20 йыл мәктәп, һөнәрселек училищеларында уҡытыусы булып хеҙмәт иткән тәжрибәле педагог.
Уҡытыусы үҙе лә белемен камиллаштырыуҙы туҡтатмай. Уҡыу йылы башында “Патриот” клубында уҡыуҙар үткән. Был белемдең балаларҙы уҡытҡанда ла файҙаһы тейә.
Тыуған телгә һөйөү, илһөйәрлек – матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙа ла сағыла. Был коллективта хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған.
(Гимназиялағы яңылыҡтар менән тулыраҡ гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.)
Автор фотолары.