Белем һәм тәрбиә
5 Март 2025, 16:15

Башҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты

Йәштәр республика етәксеһенә һорауҙарын да бирҙе.  

Башҡортостан Башлығы студенттар менән осраштыБашҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты

5 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урта һөнәри уҡыу йорттарының студенттар үҙидаралығының лидерҙары менән осрашты. Улар Урта һөнәри белем биреү студенттар лидерҙары мәктәбе сиктәрендә власть органдары менән бәйләнештә уҡыуҙар үтәләр. Был сара донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампус нигеҙендә  уҙғарылды.

- Мин ҙур хөрмәт менән колледж студенттарына ҡарайым. Билдәле ваҡыт дауамында урта һөнәри белем биреүгә беҙ тейешле иғтибар бирмәнек. Шуны аңлау мөһим – һеҙ буласаҡ республикабыҙ үҫеше өсөн етди ресурс. 120 мең йәштәребеҙ белем алған колледждар проблемаһына үтеп инергә тырышабыҙ. Тәүге сиратта уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытабыҙ. Был маҡсатҡа республика йыл һайын 500 миллион һум аҡса бүлә. Бынан тыш колледждар “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы ла етди ярҙам ала, - тине Радий Хәбиров. –Бөгөн илдә хеҙмәт кешеһенә мөнәсәбәт үҙгәреүен һеҙ тояһығыҙ. Хеҙмәт баҙарында күп эшсе профессиялары һорау менән файҙаланыла. Бөгөнгө осрашыу һеҙҙе нимәләр борсоуын аңларға ла булышлыҡ итер.

Радий Хәбиров осрашыу мәлендә студенттарҙың байтаҡ һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Был осрашыу тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙмаһы менән уртаҡлашты:

- Был йәштәр колледждың эске тормошон билдәләй, көнкүреште, ялды, тәртипте ойоштороу өсөн яуап бирә. Бик дан, ҡыҙыҡһыныусан йәштәр. Һәм, әлбиттә, бик егәрлеләр. Улар башҡарған мөһим эштәре өсөн хеҙмәт хаҡы алмаһа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уны башҡара, - тигән юлдар бар яҙмала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/vstrecha-s-liderami-studencheskogo-samoupravleniya-kolledzhey-bashkortostana-74268/

 

 

 

 

Башҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас