Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яңы барлыҡҡа килгән Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе менән таныштырҙы. Ул быға тиклем проректор булып эшләгән Светлана Мостафина.
“Фәнде һәм юғары мәктәпте үҫтереүгә көс һалыу, мәғарифҡа һәм фәнгә етәкселек итеү һәм үҙ-ара эш итеү буйынса компетенцияларҙы көсәйтеү маҡсатында дәүләт комитетын булдырырға һөйләштек. 2025 йылдың 3 мартында Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Комитет рәйесе итеп Светлана Мостафина тәғәйенләнде”, – тине Радий Хәбиров һәм уға уңыштар теләне.
Фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһен һайлау Светлана Мостафинаның академик тормоштоң бөтә этаптарын кафедра ассистентынан алып математика фәндәре докторына тиклем үтеүе менән билдәләнде, тине республика Башлығы.
Светлана Анатольевна Мостафина, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең Почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, математик модель әҙерләү һәм химик-технологик процестар менән оптималь идара итеү өлкәһендә ҙур ғалим. 2020 йылдан Өфө Фән һәм технологиялар университетында төрлө йүнәлештәр буйынса проректор булған. 400-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 62 китап (18 монографияны иҫәпкә алып), авторы. 35 авторлыҡ танытмаһы бар.
Фото: Телеграм.