Белем һәм тәрбиә
10 Март 2025, 06:30

Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора

Бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе – ғилми эшкәртмәләрҙе ғәмәли ҡулланылышҡа индереү алымдарын булдырыу. Дәүләт комитетының иң төп бурыстарының береһе ошо мәсьәлә буласаҡ. 

Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тораЯңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора

Быйылғы март айының тәүге аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты булдырылыу тураһында Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында әйтте. Был яңылыҡты ул тәү башлап былтырғы йылдың декабрендә хәбәр иткәйне. Яңы комитет ниндәй маҡсаттан сығып төҙөлдө? Уның иңенә ниндәй бурыстар һалына? Белгестәр фекеренә таянып әҙерләгән яҙмабыҙ – ошо хаҡта.

Яңы комитеттың эш йүнәлештәре

Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа республикала фән үҫешенә, төбәктең ғилми-белем биреү потенциалын нығытыуға, йәш ғалимдарҙы хәстәрләүгә иғтибар бермә-бер арттырылды. Мәҫәлән, үткән йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса төбәктәр рейтингында Рәсәйҙә беренсе урынды алды. Быйыл Башҡортостан Башлығы “Йылдың йәш ғалимы” премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, йыл һайын ете кешегә 150-шәр мең һум аҡсалата ярҙам тапшырыласаҡ. Стипендия программалары, грант конкурстары һәм заманса кампустар булдырыу аша йәш ғалимдарға ярҙам итеү фәнде үҫтереү буйынса эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп билдәләнгән.

Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты тап ошондай эшмәкәрлек йүнәлештәрен контролдә тотасаҡ, дөрөҫ юҫыҡта үҫтереү менән шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, төп роль иҡтисадтың реаль секторы менән берлектә эшләүгә ҡайтып ҡала. Комитет юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында өс яҡлы килешеүҙәр төҙөү өсөн платформа буласаҡ. Был нефть химияһына, агросәнәғәткә һәм IT-өлкәгә инновациялар индереүҙе тиҙләтәсәк. Һөҙөмтәлә импортты алмаштырыуҙан башлап технология үҙаллылығына өлгәшеүгә тиклем бурыстар ҡуйыла, сөнки заман үҙе шуны талап итә. Фәнде үҫтереү, был йәһәттән алдынғылар рәтендә булыу беҙгә илдең башҡа төбәктәренән талантлы йәштәрҙе, тикшеренеүселәрҙе йәлеп итергә юлдар аса.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

–  Беҙ иҡтисадтың, ғөмүмән, республиканың дөйөм үҫешен фән ҡаҙаныштарына нығыраҡ таянып алып барыуҙа күрәбеҙ. Был хаҡта бер нисә тапҡыр әйткәнебеҙ ҙә булды һәм тап шул юлдан барабыҙ. Бының өсөн беҙгә ошоға яуаплы үҙаллы орган кәрәк. Фәнгә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға ынтылабыҙ. Ошо йәһәттән эштәрҙең күләме байтаҡҡа артты. Шуға күрә республикала Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетын булдырҙыҡ.

ФЕКЕРҘӘР

Раил ӘСӘҘУЛЛИН, профессор, педагогия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Мәғарифты үҫтереү стратегияһы ғилми-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре:

– Яңы комитет алдында, ҙур, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы бурыс тора. Ул республика Хөкүмәте, ғилми берләшмәләр, юғары уҡыу йорттары, академия институттары, инженерия, етештереү тармаҡтары вөкилдәренең үҙ-ара эшмәкәрлеген көйләү, республиканың һәм илебеҙҙең технология йәһәтенән үҫешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәсәк.

Үҙаллылыҡ технологияһын булдырыу йәһәтенән ҙур бурыстар тора. Медицина өлкәһендә, социаль тармаҡта бик етди тикшеренеүҙәр талап ителә. Әлбиттә, һанлы технология бөгөн иҡтисад, мәғариф, фән өсөн бөтөнләй башҡаса эшләргә тейеш. Төрлө ойошмаларҙағы фәнни көстәрҙе берләштереп, уларҙың эшмәкәрлеген мөһим һәм өҫтөнлөклө бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтеү зарур. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн ғалимдар төрлө кафедраларҙа бер үк темалар буйынса эш алып баралар. Шуға күрә улар бер мәсьәләне хәл итеүгә берләшкән осраҡта, синергетик һөҙөмтә тыуасаҡ. Бында интеллектуаль потенциал да барлыҡҡа килә, матди ресурстар ҙа тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә.

Бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе – ғилми эшкәртмәләрҙе ғәмәли ҡулланылышҡа индереү алымдарын булдырыу. Дәүләт комитетының иң төп бурыстарының береһе ошо мәсьәлә буласаҡ. Был һәр ваҡыт Ватан, шул иҫәптән Башҡортостан  Республикаһы фәненең көсһөҙ звеноһы булды, уны ла яңы булдырылған комитет хәл итергә тейеш.

Камил РАМАҘАНОВ, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты:

– Яңы дәүләт комитеты эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе республиканың эре федераль ғилми-мәғариф гранттарында һәм проекттарында ҡатнашыуы буласаҡ. Бындай дәүләт органын булдырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Уға республика һәм уның ғилми берләшмәһе алдына ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеге, шулай уҡ башланған проекттарҙы үҫтереү кәрәклеге лә булышлыҡ итте. Уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге, иң беренсе сиратта, Башҡортостан Республикаһын фәнни-технологик йәһәттән үҫтереү программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу менән раҫланасаҡ.

Йәштәргә бында оҡшай

Уҙған шәмбелә, йәғни 8 мартта, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов менән бергә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының икенсе сиратын төҙөүгә старт бирҙе. Шулай итеп, күптәребеҙ макеты буйынса күҙаллаған ете мөһабәт башняның төҙөлөшө башланды.

Шуны билдәләү мөһим: кампус төҙөлөшөнөң башланыуы, былтырғы йылдың ғинуарынан уның беренсе сираты, йәғни IQ-парктың уңышлы эшләүе рсепублика фәнен тағы бер баҫҡысҡа күтәреп ебәрҙе. Мәҫәлән, бөгөн IQ-паркта республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары тикшеренеүҙәр алып бара. Был эштә 500-ҙән ашыу студент һәм йәш ғалим ҡатнаша.

– Өфө вуз-ара кампусы – ул яңы мөхит, яңы тормош рәүеше, кешеләрҙең яңыса ҡараштары. Бында ғилми проекттар тыуа, кешеләр үҫешә. Бөгөн һалынған инвестицияларҙың файҙаһын бер нисә йылдан, яңы быуын ғалимдары үҫеп сыҡҡас, күрәсәкбеҙ. Ил етәкселегенең Башҡортостандың һәр башланғысын хуплауы ҡыуандыра, – тигәйне Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов кампустың беренсе сиратын асыу мәлендә.  

Ә инде кампустың икенсе сиратын тәшкил итәсәк 10-29 ҡатлы административ һәм торлаҡ биналар комплексының майҙаны 99,7 мең квадрат метр буласаҡ. Бында студенттар һәм уҡытыусылар йәшәйәсәк корпустарҙан тыш, уҡыу һәм лаборатория бүлмәләре, спорт объекттары, дөйөм туҡланыу урындары, ял биләмәләре һәм ер аҫты паркингы ҡаралған.

Вуз-ара кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының тиҫтәләгән лабораторияһы һәм тикшеренеү үҙәге урынлашҡан. ӨДНТУ-ны үҫтереү программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов “Кибер-ателье”, Робот техникаһы һәм VR-технологиялар лабораторияһы тураһында ентекле итеп һөйләне.

Мәҫәлән, ӨДНТУ-ның “Кейем технологияһы һәм ҡороу” кафедраһының аҡыллы кейем ғилми-тикшеренеү лабораторияһы Рәсәйҙәге тәүге “Кибер-ателье” булыуы менән үҙенсәлекле. Ул яңы эш башлаған кейем дизайнерҙарын бер урынға туплауҙы маҡсат итеп ҡуя. Теген коворкингы ижади ҡарашлы студенттарҙы, үҙмәшғүл оҫталарҙы һәм йәш кутюрьеларҙы берләштерәсәк. Бер кемгә лә сер түгел: уларҙың күптәре үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн майҙандар етешмәү һәм профессиональ ҡорамалдар булмау мәсьәләһе менән осраша. Ә бында тегенселәргә үҙҙәренең шедеврҙарын уңайлы шарттарҙа ижад итеү, хыялдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Бында шәхси проекттар өҫтөндә эшләүҙән тыш, тәжрибәле белгестәр уҙғарасаҡ оҫталыҡ дәрестәрендә, семинарҙарҙа һәм курстарҙа ла ҡатнашырға мөмкин.

Ғөмүмән, бөгөн кампустың IQ-паркында эштәр гөрләп бара. Лабораториялар иркен майҙансыҡтарҙа урынлашҡан, конференция залдарында төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, саралар үтеп тора, ял биләмәләре лә уңайлы.

– Беҙ был кампусты оҙаҡ көтөп алдыҡ. Ул – бер вуздың да баҫымында булмаған азат биләмә. Бында дисциплина-ара бәйләнештәр үҫешә, сөнки әлеге ваҡытта монодисциплиналар осоро тамамланды. Беҙгә бында бик оҡшай, – ти Өфө кампусында эшмәкәрлек алып барған йәштәр.

Ошоноң кеүек миҫалдар республикабыҙҙа фәндең тотороҡло үҫешен дәлилләй. Башҡортостан етәкселегенең был йәһәттән маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыуы киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ, ҡеүәтлерәк һөҙөмтәһен бирәсәк әле.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан, Айрат Нурмөхәмәтов. 

 

 

Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Яңы комитет алдында ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы бурыстар тора
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас