Белем һәм тәрбиә
15 Март 2025, 12:30

Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим

  Башҡортостан вуздары 2022 йылдан алып йыл һайын федераль бюджеттан “Приоритет 2030” программаһы буйынса субсидиялар рәүешендә гранттар ала.

Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһимРеспублика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим
Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Приоритет 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыусы университеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков үткәрҙе. Советҡа Рәсәй Фәндәр академияһы, төп индустриаль компаниялар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. 2025 йылдан башлап “Приоритет 2030” программаһы яңы “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.

Ултырышта Совет ағзаларына Өфө дәүләт нефть техник университетының, Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының үҫеш программаларын тәҡдим иттеләр. Был вуздар 2022 йылдан алып йыл һайын федераль бюджеттан “Приоритет 2030” программаһы буйынса субсидиялар рәүешендә гранттар ала. Гранттың нигеҙ өлөшөнөң минималь күләме 100 миллион һум тәшкил итә, махсус өлөшө айырым формула буйынса иҫәпләнә һәм бер миллиард һумға етә.  

 Өфө фән һәм технологиялар университеты, проектта ҡатнашып, ”Ҙур университет” булдырыу буйынса төп интеграция процестарын тамамланы. Алдағы ун йылда яңы быуын авиация двигателе технологияларын эшләүҙе университет төп йүнәлештәренең береһе итеп билдәләй.

 Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙенең төбәктә инженер белеме биреүсе төп үҙәк статусын раҫланы. Бында студенттарҙың 50 проценты техник профилдә уҡый. Индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү стратегияны өс йүнәлештә билдәләргә ярҙам итте – нефть химияһы өсөн яңы материалдар етештереү, нефть-газ активтарын автономлаштырыу, интеллектуаль машина төҙөлөшөн үҫтереү.

 Башҡорт дәүләт медицина университетының ҙур маҡсаты – тикшеренеү эшмәкәрлеген алып барыу. Фәнни эшмәкәрлекте ул үҙәк кампус, клиника һәм Евразия фән-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы базаһында алып барасаҡ. 2024 йылда университет, халыҡ-ара рейтингтарға ярашлы, Рәсәйҙәге иң яҡшы төбәк медицина вузы тип табылды.  Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина билдәләүенсә, вуздарҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе– фәнни берлектең бизнес менән хеҙмәттәшлеге.

– Башҡортостан университеттарының “Приоритет 2030” стратегик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуы беҙгә ҙур федераль  средстволарҙы йәлеп итергә, матди-техник базаны яңыртырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға, иң мөһиме – фәнни юғары технологиялы эшләнмәләр тәңгәлендә ысын боролош яһарға мөмкинлек бирҙе, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-prinyal-uchastie-v-zasedanii-soveta-po-realizacii-programm-razvitiya-universitetov-74582/

 

Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим
Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим
Республика вуздары өсөн дәүләт ярҙамы мөһим
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас