Бөтә яңылыҡтар
10

Балаларға шәп ял урыны булдырыла

Биләмәнең майҙаны ла киңәйтелә.

Балаларға шәп ял урыны булдырыла
Балаларға шәп ял урыны булдырыла

18 мартта Өфө мэры Ратмир Мәүлиев “Нур” балалар һауыҡтырыу биләмәһендә күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Урыны буйынса ул Өфө районында урынлашһа ла, баш ҡаланың Дим районына ҡарай. Лагерҙың майҙаны 6,5 гектар тәшкил итә. Бөгөн ул бер юлы 140 баланы ҡабул итә ала. Муниципалитеттың планы – лагерҙы балалар ялы өсөн флагман  учреждениеһына  әүерелдереү, ял итеүселәрҙең һанын 500-600-гә тиклем арттырыу.

-Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса флагман лагеры өсөн объект билдәләнде. Ул “Нур “ базаһында булдырыласаҡ. Беҙ ҡалаға яҡыныраҡ булған урынды һайларға тырыштыҡ , - тине Ратмир Мәүлиев. – Биләмә ике гектарға киңәйтелде. Һөҙөмтәлә яңы корпустар булдырыу өсөн мөмкинлектәр артыуын күрәбеҙ.

Бында ҙур потенциал булыуын, биләмәне үҫтерергә кәрәклеген, балалар өсөн лайыҡлы урын буласағын да билдәләне Өфө мэры.

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенән.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: