Белем һәм тәрбиә
18 Март 2025, 13:30

Башҡортостандың дүрт вузы “Өҫтөнлөк 2030” буйынса федераль финанслау аласаҡ

ӨДНТУ һәм БДМУ 450-шәр миллион һум аласаҡ. Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетын үҫтереүгә 100 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк. 

Башҡортостандың дүрт вузы “Өҫтөнлөк 2030” буйынса федераль финанслау аласаҡБашҡортостандың дүрт вузы “Өҫтөнлөк 2030” буйынса федераль финанслау аласаҡ
Башҡортостандың дүрт вузы “Өҫтөнлөк 2030” буйынса федераль финанслау аласаҡ

Башҡортостандың дүрт университеты –  Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Өҫтөнлөк 2030” Рәсәй университеттарына тәғәйен дәүләт яҡлауы программаһы ҡатнашыусыһы булыуға өлгәште һәм үҫеш өсөн федераль субсидиялар аласаҡ. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында иң күп һанлы вуздар менән ҡатнашыусы төбәк булды.

– “Өҫтөнлөк 2030” университеттарҙы ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм эске процестарҙы үҙгәртеп ҡорорға этәрә. Юғары уҡыу йорттарының иҡтисадтың реаль секторы менән бәйләнешен нығытыу мөһим һөҙөмтәгә әйләнә. 2021 йылда программа старт алғандан алып ҡатнашыусы университеттарҙы үҫтереү программаларына технологик партнерҙар һалған аҡса күләме ике тапҡырға артҡан, былтыр – 61 миллиард һум. Шул уҡ ваҡытта технологик партнерҙар һаны ла артҡан, – тип билдәләне РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.

Университеттарҙың үҫеш программаларын яңыса ҡабул итеүе быйылғы йылдың үҙенсәлеге булды, тип билдәләне Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков. Юғары уҡыу йорттарының төп иғтибары сәнәғәт менән хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ проекттарына йүнәлтелгән.

Башҡортостан Башлығы республика вуздарының уңышын властарҙың университеттар, индустриаль һәм бизнес-партнерҙар менән берлектәге эш һөҙөмтәһе тип атаны.

– Барлыҡ ҡатнашыусыларға, айырыуса ректорҙарға рәхмәт. Көслө көнәркәшлек шарттарында дөйөм тырышлыҡ менән Рәсәйҙең юғары мәктәбе һәм фәне системаһында мөһим урын яулап киләбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса тректың икенсе төркөмө составына ӨДНТУ һәм БДМУ инде, улар 450-шәр миллион һум аласаҡ. Өсөнсө төркөмгә Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты үтеүгә өлгәште –уларҙы үҫтереүгә 100 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтеләсәк.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас