Белем һәм тәрбиә
20 Март 2025, 11:45

Башҡортостан – Президент гранттары конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе

Республикабыҙ фондтың икенсе конкурсында бирелгән ғаризалар һаны буйынса икенсе урынды алды.

Башҡортостан – Президент гранттары конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһеБашҡортостан – Президент гранттары конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе
Башҡортостан – Президент гранттары конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе

Төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары конкурсҡа 710 проект ебәргән. Был Башҡортостан өсөн рекордлы күрһәткес булып тора. Омск өлкәһенең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары беренсе урында (797 проект), ә өсөнсө урын – Белгород өлкәһендә (422 ғариза).

Конкурсҡа илдең бөтә 89 төбәгенән 9359 коммерцияға ҡарамаған ойошманан бөтәһе 10882 проект килгән.

Конкурс еңеүселәре июнь айында иғлан ителәсәк, ә инде июлдә проекттарҙы финанслау башланасаҡ. Әлегә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшләүен, партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыуын һәм төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән башланғыстарҙы үҫтереүен дауам итә.

Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына эксперт һәм методик ярҙам күрһәтеүен дауам итә. 2025 йыл башынан Ресурс үҙәге эксперттары ғаризалар буйынса 200-ҙән ашыу консультация үткәргән, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға проекттарҙы дөрөҫ әҙерләргә һәм уларҙың еңеүгә мөмкинлектәрен арттырырға ярҙам итә. Шулай уҡ компетенцияларҙы арттырыу буйынса эш алып барыла: социаль проектлау буйынса семинарҙар, вебинарҙар һәм күсмә интенсивтар ойошторола.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас