Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте “Белем. Премия” тип исемләнгән илдең мәғрифәт наградаһының бишенсе миҙгелен башланы. Ғаризалар быйыл сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Унда 2024-2025 йылдарҙа мәғарифҡа ҙур өлөш индергән өсөн үҙеңде, проекттарҙы, компанияларҙы һәм башҡа кешеләрҙе теркәргә мөмкин.
Бишенсе миҙгелдә 18 номинация буйынса наградалар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ яңы төр наградалар ҙа бар. Мәҫәлән, Ватан һаҡсылары йылы уңайынан “Ватан һаҡсылары батырлығы тураһында иҫтәлек һаҡлауға өлөш индергән өсөн” тигән номинация раҫланған. Иң яҡшыһы тигән исемгә Ватан һаҡсылары батырлығын күрһәткән, илебеҙҙең ҡаһарман үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған мәғрифәтселәр, проекттар дәғүә итә.
2025 йылда шулай уҡ тәүге тапҡыр йәнә бер награда тапшырыласаҡ. Ул “Традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауға өлөш өсөн” номинацияһы. Бынан тыш, премия сиктәрендә төбәк этабы ла уҙғарыласаҡ. Үҙенең төбәгендә мәғариф өлкәһенә йоғонто яһаған проекттар, мәғрифәтселәр урындағы кимәлдә билдәләнәсәк.
“Белем” йәмғиәтенең Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Кириенко әйтеүенсә, белем һәм дөрөҫлөктө алға әйҙәгән кешеләр күбәйә бара. Уларҙың абруйы ла йәмғиәтебеҙҙә арта бара.
-Бер нисә йыл эсендә “Белем.Премия”ла ҡатнашыусылар алты тапҡыр артты. Был миҙгелдә номинананттар араһында донъяның 56 иленең вәкилдәре бар, - тине Сергей Кириенко.
Автор - Арина Алекперова.
Фото: Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәтенән.