Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында «Медиастарт» журналистика мәктәбен асыу тантанаһы үтте. Яңы медиапроект етәксеһе – журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, билдәле тележурналист, продюсер Рөстәм Ғәббәсов.
Мәктәп тыңлаусыларын Өфө университеты ректоры Вадим Захаров сәләмләне. Ул проекттың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, «Медиастарт»тың төп бурысы – үҙ тормошон журналистика менән бәйләргә теләгән ижади һәм инициативалы йәштәрҙе йәлеп итеү, тип билдәләне. "Был яңылыҡ буласаҡ журналистар өсөн оҫталыҡтарын үҫтереү, тейешле белем алыу һәм һуңғы йылдарҙа ныҡ үҙгәргән мәғлүмәт киңлегенең тәрәнлегенә төшөнөү өсөн бик яҡшы мөмкинлек буласаҡ. Мәктәп студенттарға заманса уҡытыу алымдарына, курстарҙың киң спектрына һәм үҙенсәлекле практик сараларға инеү мөмкинлеген бирер, тип ышанам, – тине Вадим Петрович.
Сарала махсус ҡунаҡ булараҡ «Башҡортостан 24» телеканалындағы «Рөстәм Ғәббәсов менән киске шоу» проектының баш режиссеры Светлана Марваева ла ҡатнашты. Ул студенттарға телевидениела камера артында эшләү серҙәре, телетапшырыуҙар әҙерләү һәм төшөрөүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусыларға тапшырыуҙың эфирҙа күрһәтелмәгән өлөшөнда нимә булыуын күрһәттеләр, был студенттарҙа һәм осрашыу ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шулай уҡ сарала 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары – ошо белем усағындағы “СМАРТ-ТВ” телестудияһы вәкилдәре сығыш яһаны.
«Медиастарт» журналистика мәктәбе йәш быуынды үҫтереү өсөн сираттағы үҫеш нөктәһе буласаҡ, ул ижади йәштәргә журналистика нигеҙҙәрен үҙләштереү һәм үҙеңдең ижади потенциалыңды асыу мөмкинлеген бирәсәк. Мәктәп етәксеһе Рөстәм Нафған улы билдәләүенсә, дәрестәр айына ике тапҡыр үткәрелергә тейеш. Уҡыу процесы Өфө университеты студенттары өсөн дә, уҡыусылар һәм колледж уҡыусылары өсөн дә асыҡ.
"Журналистика – ул һөнәр генә түгел, ниндәйҙер кимәлдә күңел талабы ла. Беҙҙең мәктәп идеялар, ҡыйыу башланғыстар һәм аныҡ факттар лабораторияһы булыр, тип ышанам. Бөтә уҡытыусыларға һәм студенттарға был мөһим эштә уңыштар теләйем. Әйҙәгеҙ бергәләп йәмғиәтебеҙҙең яҡты киләсәгенә сифатлы журналистика аша аҙым яһайыҡ, – тине медиамәктәпте асыу тантанаһында башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Проект әле үк төбәк йәштәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм медиа өлкәлә эшләргә теләүселәр өсөн перспективалы платформаға әйләнде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Медиастарт» сиктәрендә дәрестәр тыңлаусыларға профессионалдар етәкселегендә уникаль белем һәм практик тәжрибә алырға ярҙам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Фотолар: Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетынан.