Бөтә яңылыҡтар
10

Ата-әсәләр һәм педагогтар форумға йыйыла

Өфөлә “Туғандар-яратҡандар” тигән республика форумы үтәсәк.

Ата-әсәләр һәм педагогтар форумға йыйыла
Ата-әсәләр һәм педагогтар форумға йыйыла

29 мартта Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында  республика кимәлендә атай-әсәйҙәр форумы уҙғарыла.

Был сара атай-әсәйҙәрҙе, педагогтарҙы һәм “Тәүгеләр хәрәкәте” активистарын йыясаҡ. Унда балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү, үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.

Форум программаһы алты тематик блокты үҙ эсенә индерә: психология, мәғариф һәм тәрбиә, хәүефһеҙлек һәм сәләмәтлек, ярҙам, ижад һәм балалар, атай-әсәйҙәр берләшмәһе. Ҡатнашыусылар өсөн  эксперттар лекциялары, балалар өсөн оҫталыҡ кластары, мәғариф ойошмалары күргәҙмәләре һәм башҡа саралар уҙғарыла. Форум тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ата-әсәләр берләшмәһен булдырыуға йүнәлтелгән.

Был сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Тәүгеләр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе ойоштора.

Фото: "Молодежная газета" сайтынан.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-03-24/roditeli-i-pedagogi-bashkirii-obsudyat-vospitanie-detey-na-forume-rodnye-lyubimye-4170255

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: