Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе йыйылышы үтте. Ҡатнашыусылар мәғрифәтселек ойошмаһының республикалағы былтырғы эш һөҙөмтәләрен, 2025 йылға пландарын барланы.
Ултырышта БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, “Белем”дең БР бүлексәһе рәйесе, ӨФһТУ ректоры Вадим Захаровтар ҡатнашты.
- “Белем” йәмғиәте халыҡҡа үткәндәге, шулай уҡ хәҙерге ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлатыуҙа мөһим роль уйнай. Һеҙҙең эш – лекция һәм семинарҙар ғына түгел, ул белемгә, патриотлыҡҡа һәм тарихыбыҙҙы хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән донъяға ҡарашты булдырыу. Эш Өфөлә генә түгел, ә республикабыҙҙың һәр районында алып барылырға тейеш, - тип билдәләне Азат Бадранов.
Республика филиалы директоры Айһылыу Илембәтова әйтеүенсә, уҙған йылда республикала 770 лекция булған, уларҙы 30 меңдән ашыу кеше тыңлаған.
– Беҙҙә алдынға проекттар – “Белем. Карьера”, “Белем. Фән”, “Белем. Дәүләт”, “Белем. Геройҙар”, “Белем. Лекторий” – тормошҡа ашырыла. Эште артабан да йәйелдереүҙе плалаштырабыҙ. 2025 йылға бурыстарҙың береһе – муниципалитеттарҙа мәғрифәтселек эшен арттырыу, - тине ул.
Вадим Захаров ғилми белемде һәм Рәсәй фәне ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа дәүләт сәйәсәтен үткәреүҙә мәғрифәтселек ойошмаһы төп ҡорал булып тора, тип билдәләне.
Артабан ул “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры исеменән әүҙем лекторҙарға Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Дөйөм йыйылыш барышында Күҙәтеү советы ағзалары Азат Бадрановты рәйес урынбаҫары итеп һайланы. 2023 йылда Күҙәтеү советы рәйесе итеп БР Башлығы Радий Хәбиров һайланды.
Фото: ӨФһТУ-ның матбуғат хеҙмәте.