28 мартта Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында кадрҙар әҙерләү һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн урта һөнәри белем биреү системаһын модернизациялау” тигән темаға күсмә кәңәшмә уҙғара. Был сара Комитет ағзаларының Башҡортостанда 27 – 29 мартта үтәсәк ҙур күсмә сессияһына ярашлы ойошторола.
Комитет рәйесе Ирина Белых әйтеүенсә, 2040 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү стратегияһы өҫтөндә эшләү сиктәрендә урта һөнәри белем биреүҙең абруйын күтәреү һәм уның системаһын үҫтереү бурысы тора. Бының өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡулланылған иң яҡшы тәжрибәләрҙе файҙаланыу, бер ҙур команда булып эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөһим. Шулай уҡ кәңәшмә барышында башланғыс һөнәри белем биреү һәм уны тергеҙеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Күсмә кәңәшмә спикерҙары:
Белых Ирина Викторовна – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе;
Толкачев Константин Борисович – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе;
Мәүлетбирҙин Илдар Марат – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры;
Сәғитов Салауат Тәлғәт улы – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры;
Хажин Айбулат Вәкил улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе;
Күсмә кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Лантратова Яна Валерьевна, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Нурбағандов Нурбағанд Магомедович, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Скрозникова Анна Валерьевна, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Тутова Лариса Николаевна ҡатнаша.
Күсмә сессия барышында Думаның мәғариф буйынса комитеты ағзалары Өфө күп профилле профессиональ колледжына, «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»нең производство-уҡыу үҙәгенә, М. Аҡмулла исемендәге Бвашҡорт дәүләт педагогия университетына барасаҡ. 29 мартта "Мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу" федераль программаһы буйынса капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен асыу тантанаһы була.
Фото: “Башинформ” агентлығы.