Бөтә яңылыҡтар
10

"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"

Урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу буйынса һөйләшеү булды.

"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"
"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты. Улар Өфөгә урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышта ҡатнашыу маҡсатында килде.

Осрашыуҙа комитет рәйесе Ирина Белых һәм комитет ағзаһы Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Яна Лантратова ҡатнашты.

– Һеҙҙе республикала сәләмләүемә шатмын. Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты күсмә ултырышын беҙҙә үткәреүегеҙ – республикаға ҡарата ҙур хөрмәт билдәһе. Һайланған тема үтә мөһим. урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Беҙ республикала был өлкәлә етди тәжрибә тупланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо йәһәттән федераль кимәлдә бер нисә ҡарар ҡабул итеүҙәре яҡшы. Был тәү сиратта – урта һөнәри белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса президент программаһы. Республикала ошондай уҡ программаны өс йыл элек башлап ебәрҙек. Урта һөнәри белем биреү системаһының матди-техник хәлен нығытыу – Рәсәйҙең, Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереүгә бәйле төп бурыстарҙың береһе.

– Һеҙҙең республикала урта һөнәри белем биреү системаһы өсөн башҡарған эштәрегеҙҙе һәр ваҡыт башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ. Башҡортостан ошо маҡсаттарға йәлеп ителгән федераль средстволарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса лидер, – тип билдәләне Ирина Белых. – Шуныһы мөһим, ошо күрһәткестәрҙе һаҡлап, һеҙ “Профессионалитет” программаһын башлағанға тиклем үк колледж ятаҡтарын яңыртыу менән дә шөғөлләндегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ғәҙәттә, балалар колледжға һөнәр алырға теләмәүҙәре сәбәпле түгел, ә уҡыу йортоноң, дөйөм ятаҡтың торошо насарлыҡтан бармай. Ә һеҙ хужалыҡсылыҡ өлгөһө күрһәттегеҙ һәм урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә яңы һулыш бирҙегеҙ. Шуға күрә лә комитеттың ошо тема буйынса тәүге күсмә ултырышын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар иттек.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"
"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"
"Башҡортостанды башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: