Бөтә яңылыҡтар
10

Фән һәм турист объекттары буйынса сәйәхәттәр башланды

Вуз-ара кампуста Йәштәр туризмы үҙәге экскурсиялар миҙгелен асты.

Фән һәм турист объекттары буйынса сәйәхәттәр башланды
Фән һәм турист объекттары буйынса сәйәхәттәр башланды

ӨДНТУ-ның Йәштәр туризмы үҙәге Вуз-ара студенттар кампусына күсте һәм эшмәкәрлеген киңәйтте. Бында Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән уҡыусылар һәм студенттар өсөн Вуз-ара студенттар кампусы буйлап экскурсия маршруттары әҙерләнә. Бөтә Рәсәй “Студтуризм” проектының фәнни-популяр йүнәлеше сиктәрендә Үҙәк республика ҡунаҡтарын Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары, Евразия Фәнни-тикшеренеү үҙәгендә урынлашҡан лабораториялар һәм фәнни-белем биреү комплекстары менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота.

 - Йыл һайын календарь планын раҫлайбыҙ һәм уның буйынса эшләйбеҙ, әммә ҡайһы берҙә студенттарҙың һорауҙары йәки инициативалары буйынса саралар һаны артып та китә. “Өфө тарихында – ҡатын-ҡыҙ”ҙан алып “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” кеүек билдәле бер тематикаға бай ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторола. Яңыраҡ килгән сит ил студенттарын илебеҙ һәм республикабыҙ мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырыусы турҙар бар, – тип һөйләне Йәштәр туризмы үҙәге етәксеһе, Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы кафедраһы ассистенты Евгения Тлепбаева.

 Үҙәктең төп маҡсаты - студенттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы һәм кампус резиденты ҡунаҡтарын туризмдың мауыҡтырғыс донъяһына йәлеп итеү. Быйыл республиканың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар башланды ла инде. Яҙғы семестрҙа Красный ключ, Торатау һәм Янғантау геопарктарына, шулай уҡ Зәңгәр күлгә барыу планлаштырыла.

Билдәләп үтәйек, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы” кафедраһы студенттары Үҙәк базаһында практик әҙерлек үтә: бында улар экскурсиялар үткәреү күнекмәләрен ала. Икенсе йыл “Ҡала сәсәндәре” экскурсоводтар мәктәбе эшләй. Башҡа һөнәрҙәр уҡыусылары ла Йәштәр туризмы үҙәге курстарын үтә ала.

Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылында Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы кафедраһы студенты һәм Йәштәр туризмы үҙәге ҡатнашыусыһы Аделина Сиражетдинова йәштәр комьюнитиһына грант отҡан. Ул “Сәйәхәт академияһы” проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк, унда бер аҙна туризм һәм турпоходтар нигеҙҙәре  уҡытыласаҡ һәм ике көнгә палаткалы экскурсия-поход ойоштороласаҡ. Үҙәк эше һәм экскурсиялар тураһында мәғлүмәт бында-  здесь.

Белешмә.    Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы:https://pravitelstvorb.ru/news/26421/    

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: