Бөтә яңылыҡтар
10

"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды

Район, ҡала кимәлендә 2000 уҡыусы ҡатнашҡан, республика этабына 1 500 баланан ғариза килгән, улар 740 ижади сығышын тәҡдим иткән.

"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды

“Мәктәп яҙы” – уҡыусылар өсөн үткәрелгән ижади фестиваль. Ул БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән былтырҙан алып һәр муниципалитетта уҙғарыла башланы.

Февраль-март айҙарында фестивалдең һайлап алыу этаптары булған. Район, ҡала кимәлендә 2000 уҡыусы ҡатнашҡан, республика этабына 1 500 баланан ғариза килгән, улар 740 ижади сығышын тәҡдим иткән.

Жюри алдына сығыш яһарға 500-ҙән артыҡ ҡатнашыусы үткәрелгән, уларҙан 200 сығыш булған. Һәм бына кисә, 27 мартта, Йәштәр һарайында гала-концерт ойошторолған.

– Был ысын-ысындан республика уҡыусыларын илһамландыра торған сара. Ҙур сәхнәлә, күп һанлы тамашасы алдында, үҙеңде тотош республикаға күрһәтеү мөмкинлеге. Мәктәп йәштәре араһында һәр төрлө таланттар күп. Бындай ижади сығыштар менән апрель аҙағында Ставрополдә үткән Бөтә Рәсәй сараһында республиканы лайыҡлы күрһәтербеҙ, тип ышанам, – ти Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Фестивалде ойошороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Беренселәр хәрәкәте менән берлектә Йәштәр сәйәсәте министрлығы.  

Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
"Мәктәп яҙы"ның гала-концерты булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: