Стәрлетамаҡ уҡыусыларына еткәне булманы!
Стәрлетамаҡ уҡыусылары Санкт-Петербург дәүләт мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика университеты базаһында үткән Милли технология олимпиадаһында ҙур еңеү яуланы.
Ҡалалағы 3-сө лицей-интернат уҡыусылары юғары һөҙөмтә күрһәтте һәм бөтәһе лә призлы урындарға лайыҡ булды. 10-сы класс уҡыусыһы Данил Зазацкий – финал еңеүсеһе, 11-се класс уҡыусылары Адилет Ҡалмурзин һәм Динияр Моратшин – олимпиада призерҙары.
Еңеүсе статусы һәм олимпиада призеры булыу вузға уҡырға ингәндә бонустар алыу мөмкинлеген бирәсәк. Уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ, артабан да еңеүҙәр юлдаш булһын!
Фото: “Башинформ”.