Белем һәм тәрбиә
4 Апрель 2025, 16:45

Беҙҙә Геном үҙәк асылды

“Генетика – беҙҙең киләсәк”, – ти ғалимдар.  

Беҙҙә Геном үҙәк асылдыБеҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды

Бөгөн, 4 апрелдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге эшенә старт бирҙе. Яңы объект – “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Заманса кампустар селтәрен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөлгән биналар комплексының икенсе сиратын сафҡа индереү этаптарының береһе.

Геном үҙәген асыу тантанаһындағы сығышында Радий Хәбиров республикала фәнни инфраструктураны яңыртыуҙың етеҙ темптар менән барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был тикшеренеүҙәр һәм белгестәр әҙерләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

– Башҡортостанда фән һәм юғары мәктәптең йылдам үҫешеүен күрәбеҙ. Был – ғорурланырлыҡ сәбәп, әммә туҡтап ҡалырға ярамай, сөнки алда ҙур бурыстар. Беҙгә билдәләнгән ваҡытта кампустың икенсе сиратын сафҡа индерергә кәрәк. Республика фәнни берләшмәгә ярҙам итеүен дауам итә, был яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Барығыҙҙы ла мөһим ваҡиға – Геном үҙәген асыу менән ҡотлайым! –тине республика Башлығы.

Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Андрей Омельчук видеоэлемтә алымында проекттың әһәмиәтен һәм уны тормошҡа ашырыуҙың ҡатмарлы бурыс булыуын билдәләне.

– Кампус төҙөлөшө – төбәк етәкселеге, федераль власть органдары һәм был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемдең яуаплылығын һәм иғтибарын талап иткән еңел булмаған бурыс. Барығыҙҙы ла яңы үҙәк асылыу менән ҡотлайым. Мин IQ-парктың әүҙем эшләүен күрҙем. Бында ла тормош гөрләп торор, ә тикшеренеү коллективтары, студенттар һәм уҡытыусылар тиҙ арала үҙәкте яңы эш йүнәлештәре менән тултырыр, тип ышанам, – тип белдерҙе Андрей Омельчук.

Шулай уҡ тантанала фәнни берләшмәләр вәкилдәре сығыш яһаны. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко Геном үҙәген асыуҙы ватан фәнендә тарихи ваҡиға тип атаны. Ошо уҡ үҙәктең Биохимия һәм генетика институтының ғилми етәксеһе Эльза Хөснөтдинова билдәләүенсә, яңы үҙәк ҙур күләмдәге генетик мәғлүмәттәрҙе һөҙөмтәле анализларға мөмкинлек бирәсәк.

Биология фәндәре докторы, Отта исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм репродуктология ғилми-тикшеренеү институтының (Санкт-Петербург) геном медицинаһы бүлеге мөдире Андрей Глотов геном медицинаһы үҫешенең мөһим тенденцияларын билдәләне.

– Генетика – беҙҙең киләсәк. Был өлкәләге көнүҙәк йүнәлештәр иҫәбендә геномды өйрәнеүҙә системалы биологик ҡараш, генетик технологияларҙы эшләү өсөн сифатлы өлгөләр биобанктарын үҫтереү. Шулай уҡ кеше геномын асыҡлау кеүек ҡатмарлы проекттар алып бара алырлыҡ генетик консультанттар әҙерләүгә ихтыяж арта, – тине Андрей Глотов.

Ҡунаҡтар һәм республика ғалимдары был йәһәттән беҙҙә маҡсатлы ярашлы эш алып барылыуын билдәләне. Мәҫәлән, республика ғалимдары 20 нәҫелдән килгән ауырыуҙың, шул иҫәптән остеопороз, бронхиаль астма, төрлө склероз һәм ҡайһы бер яман шеш төрҙәренең үҫеше өсөн яуаплы гендарҙы асыҡлаған. Ошо гендар нигеҙендә сирҙәрҙең клиник билдәләре барлыҡҡа килгәнгә тиклем бала табыуға тиклемге ДНК-диагностика үткәрергә мөмкинлек биргән тест-системалар эшләнә.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров яңы Геном үҙәген ҡарау тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Был – бик яҡшы объект, ул фән һәм юғары мәктәп инфраструктураһын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк. Бында беҙ генетиканы һәм һанлы технологияларҙы берләштерҙек, сөнки мәғлүмәттәрҙе эшкәртмәйенсә генетик тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү мөмкин түгел. Шуға күрә яңы бинала “Мәктәп 21” асыласаҡ, унда йәштәрҙе заманса һанлы технологияларға өйрәтәсәктәр. Был проекттың операторы булып Һаҡлыҡ банкы сығыш яһай. Тиҙҙән яңы белем биреү программалары буйынса уҡытыуға балалар йыйыу тураһында иғлан итәсәкбеҙ. Шуның менән беҙҙең генетиканың үҫешенә тағы ла бер этәргес көс булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: glavarb.ru 

Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Беҙҙә Геном үҙәк асылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас