Белем һәм тәрбиә
9 Апрель 2025, 16:15

29 мең яңы мәҡәлә өҫтәлгән

РУВИКИ ниндәй маҡсатҡа өлгәшкән?

29 мең яңы мәҡәлә өҫтәлгән29 мең яңы мәҡәлә өҫтәлгән
29 мең яңы мәҡәлә өҫтәлгән

2025 йылдың беренсе кварталында ресурсты 22 миллиондан ашыу уникаль ҡулланыусы ҡараған, энциклопедия фонды 29 мең яңы мәҡәлә менән тулыланған. Иң популяр темалар араһында - Рәсәй, Украинала конфликт һәм Гренландия.

Шулай уҡ ҡулланыусылар статистик исемлектәр (миллиардерҙар, Marvel фильмдары, илдәр халҡы һаны), хоккейсы Александр Овечкин тураһында мәҡәләләр, фигуралы шыуыу буйынса Беренсе канал кубогы һәм рус шағирҙарының биографияһы менән әүҙем ҡыҙыҡһынған.

РУВИКИ Рәсәй халҡы телдәрендә бүлектәрҙе әүҙем үҫтерә. Әлеге ваҡытта платформа 20 телгә ярҙам итә, һәм беренсе кварталда ошо телдәрҙә 30 меңдән ашыу мәҡәлә ҡуйылған. Татар, башҡорт, мари, яҡут, чечен телдәрендәге бүлектәр иң популяр.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-04-08/ruviki-v-pervom-kvartale-2025-22-mln-polzovateley-i-novye-funktsii-na-osnove-ii-4190814
Фото: mgazeta.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас