Белем һәм тәрбиә
9 Апрель 2025, 05:00

Тағы бер башҡорт төркөмө!

Ул Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта асылды. Бәләкәстәргә туған телен өйрәнеү өсөн шарттар булдырылыуы ҡыуаныслы! 

Тағы бер башҡорт төркөмө!Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!

Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Ромашка” балалар баҡсаһында башҡорт теле мөхитен киңәйтеү, туған телдә аралашыу сараларын булдырыу буйынса методик кәңәшмә уҙған һәм район үҙәгендә тағы ла бер башҡорт төркөмө асылған. Был матур яңылыҡ менән район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова уртаҡлашты. Кәңәшмә “Йәшәһен башҡорт теле” проектына ярашлы уҙғарылған.

Кәңәшмәгә, төркөмдө асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар килгән. Уларҙы “Ромашка” балалар баҡсаһындағы башҡорт төркөмөнөң 18 тәрбиәләнеүсеһе ҡаршы алған. Балалар халыҡ уйындары, бейеүҙәре һәм йырҙары аша бер ҡыҙ баланың тыуған көнөн күрһәткән. Бындай ҙа иҫтәлекле байрамға ҡунаҡтар, әлбитә, буш ҡул менән килмәгән: улар йылы теләктәрен әйтеп, бүләктәр тапшырған.

Район хакимиәте балалар баҡсаһына тирмә бүләк иткән. Артабан уның эсе йыһазландырылып, бәләкәстәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән яҡындан таныша алыр.

Иң беренсе булып район үҙәгендә “Миләш” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылғайны. Хәҙер инде эстафета “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына тапшырылған. Шулай итеп, Мәсетлелә “Йәшәһен башҡорт теле” проекты буйынса эш дауам итә. Афарин! 

Фото: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы.

Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Тағы бер башҡорт төркөмө!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас