Конкурсанттар ғәҙәти булмаған боронғо фотоһүрәттәр һәм видеоматериалдар менән уртаҡлаша ала.
Конкурста өс номинацияның береһе буйынса ғына ҡатнашырға мөмкин:
Конкурста ҡатнашҡан династиялар өсөн шарттар:
– ғаилә кәмендә өс ағзанан тора;
– улар династияға нигеҙ һалыусының балалары, ейәндәре, бүләләре, уларҙың ҡатындары, ирҙәре, ағалары, апалары була ала;
– уларҙың береһе булһа ла Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй;
– династияның дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу.
Матбуғат агентлығы һайлап алыу этабына ғаризаларҙы апрель аҙағына тиклем ҡабул итеүен дауам итә. Лидерҙар араһынан еңеүселәр һәм призерҙар һайланасаҡ. Бүләкләү тантанаһы Республика көнөндә үтәсәк.
Матбуғат агентлығы линияһы буйынса конкурста ҡатнашыуға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре генә түгел, ә шулай уҡ нәшриәт эше һәм полиграфия белгестәре лә саҡырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 218-07-72 һандары буйынса белешергә мөмкин.
Фото: pressarb.bashkortostan.ru