12 апрелдә «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» программаһының бөтә 493 кластерында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө үтә. 800 меңдән ашыу 8-11-се класс уҡыусыһы һәм уларҙың ата-әсәләре көнүҙәк эшсе һөнәрҙәр менән танышыу, ихтыяж булған һөнәргә нисек эйә булыу, ә һуңынан илдең алдынғы компанияларына эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән танышасаҡ. Был хаҡта «Милли өҫтөнлөктәр» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы хәбәр итте.
"Профессионалитет" федераль проекты – Рәсәй урта һөнәри белем биреү системаһының ғорурлығы, илдең технологик лидерлығын тәьмин итеү өсөн кадрҙар әҙерләү флагманы. Уҡыу программалары хәҙерге иҡтисади ысынбарлыҡҡа, аныҡ эш биреүселәрҙең ихтыяжына яраҡлаштырылған. Күнекмәләрҙе ғәмәли нығытыуға уҡыу ваҡытының 80 проценты бүленә. Бындай интенсив әҙерлек сығарылыш уҡыусыһына хеҙмәт баҙарында ихтыяж һәм иртәгәһе көнгә ышаныс тәьмин итә. Бөгөн „Профессионалитет“ кластерҙары илебеҙҙең 81 төбәгендә 1470 белем биреү ойошмаһын һәм 2364 предприятиены берләштерә. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө ярҙамында был проект тураһында йөҙҙәрсә мең буласаҡ колледж студенттары беләсәк", - тип аңлатма бирҙе РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.
Башҡортостанда 65 профессиональ белем биреү ойошмаһында берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың мәғариф һәм фән министрлығынан. Майҙансыҡтарҙа һөнәри йүнәлеш буйынса экскурсиялар һәм һөнәри һынауҙар планлаштырылған. 1 апрелдән республиканың барлыҡ уҡыусылары өсөн өҫтәмә рәүештә төбәктең алдынғы предприятиелары майҙансыҡтарына экскурсиялар, «Профессионалитет: һин яҡшы кампанияла» берҙәм класс сәғәттәре ойошторолдо.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәргә үҙҙәрен асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: edu.gov.ru (Минпросвещения России).