Был уникаль конкурста ҡатнашып, студенттар һәм йәш ғалимдар үҙ эшен башлау өсөн 1 миллион һум ала ала.
Бары төп өлкәләрҙең - һанлы технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, химик технологиялар һәм яңы материалдар, яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика, ижади индустриялар – береһендә инновациялы идея ғына кәрәк.
Программаны башлап ебәргәндән алып өс йыл эсендә Рәсәй вуздарының 18 меңдән ашыу студенты конкурста ҡатнашҡан, шуларҙың 4,5 меңе 1 миллион һум аҡса алған һәм үҙҙәренең стартаптарын асҡан. Улар иҫәбендә - Башҡортостандан 280-дән ашыу еңеүсе. 2025 йылда бөтә Рәсәйҙән 2500 проект ярҙам аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 20 майға тиклем сайтта (сайте) ғариза бирергә. Проект фонд ярҙамы алған хәлдә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ООО) булдырып, проект өҫтөндә эш башларға кәрәк.
Конкурста үҙ идеяларын уңышлы бизнесҡа әйләндерергә хыялланған бакалавриат, магистратура студенттары, юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларҙың аспиранттары һәм ординаторҙары ҡатнаша ала. Төп шарт — идея уникаль һәм перспективалы булырға тейеш.
Ҡатнашыуға ғаризалар 2025 йылдың 20 майына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс битендә (странице) һәм конкурс тураһында Положениела урынлаштырылған.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/articles/interesno/2025-04-01/innovatsionnaya-ideya-pomozhet-molodym-uchenym-i-studentam-vyigrat-krutoy-konkurs-4179935