Белем һәм тәрбиә
16 Апреля 2025, 16:50

Буласаҡ етәкселәр үҫә

Радий Хәбиров студсовет етәкселәре, юғары уҡыу йорттарының беренсел профсоюз ойошмалары ағзалары, шулай уҡ академик төркөмдәр старосталары менән осрашты.

Буласаҡ етәкселәр үҫәБуласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә

Күптән түгел Башҡортостанда яңы ғилми үҙәк асылды – Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Геном үҙәге. Бөгөн унда республика журналистары һәм блогерҙар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрелде. Үҙәк вәкилдәре бында нимәләр урынлашҡанын күрһәтте, лабораториялар эше менән таныштырҙы.
Фәнде үҫтереүгә шарттар тыуа


Ҙур, яңы бинала фән менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: әгәр бер бүлмәлә Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары ултырып, ҙур асыштар яһаһа, күршеһендә генә робот техникаһы менән ҡыҙыҡһынған балалар шөғөлләнә. Тимәк күсәгилешлек, ғилемгә ҡыҙыҡһыныу бәләкәй саҡтан тәрбиәләнә.
Геном үҙәгенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Был көндө бында студент үҙидара лидерҙары форумы үтә ине. Республика етәксеһе студент советтары етәкселәре, юғары уҡыу йорттарының беренсел профсоюз ойошмалары ағзалары, шулай уҡ академик төркөмдәр старосталары менән осрашты. Форум власть органдары һәм уҡыусы йәштәр араһында диалог төҙөүгә, һуңғыларында идара итеү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Радий Хәбиров үҙенең инеш һүҙендә республикала фәнгә һәм юғары мәктәпкә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
– Башҡортостанда һөнәри белем биреү һәм фәнни мөхиттең нисек үҫешеүен күрһәтеү өсөн һеҙҙе махсус рәүештә яңы Геном үҙәгенә йыйҙыҡ. Был йүнәлештәргә байтаҡ ресурс һалабыҙ. Тәү сиратта кәрәкле инфраструктураны булдырыуға көс һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Был майҙансыҡта Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөйбөҙ, унда йәштәр өсөн заманса уҡыу һәм ижади киңлектәр булдырабыҙ. Бында уңайлы шарттарҙа 4,5 мең кеше йәшәйәсәк.
Республика тырышлығы менән егеттәр һәм ҡыҙҙар һөнәри белем алыу өсөн Башҡортостандың уҡыу йорттарын һайлай, тине ул.
– Элек республиканан бик күп йәштәр китте. Әле беҙ был күренеште үҙгәртә алдыҡ. Һәм беҙгә йыл һайын 4,5 мең уҡыусы килә. Әлбиттә, мәктәпте тамамлаусыларҙың бер өлөшө һөнәри белем алыу өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙың алдынғы юғары уҡыу йорттарын һайлауына ҡаршы түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ был йәштәр менән бәйләнеште юғалтмайбыҙ һәм уларҙы уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыуған республикабыҙҙа көтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ тағы ла бер үҙгәреште күҙәтәбеҙ – хәҙер күп кенә йәштәр мәктәптән Һуң Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарын һайлай. Шуға күрә әле колледждарҙы яңыртыу менән етди шөғөлләнәбеҙ.


Студенттар үҙидараһы – ҙур көс
Төбәк етәксеһе шулай уҡ белем биреү процесын ойоштороуҙа һәм йәштәрҙең шәхси сифаттарын формалаштырыуҙа студент үҙидара лидерҙарының ролен юғары баһаланы.
– Студенттар үҙидараһы, профсоюз хәрәкәте лидерҙарының ниндәй йөк тартыуын яҡшы аңлайым. Башҡортостанда 100 меңгә яҡын студент уҡый, шул иҫәптән һеҙҙең аша улар менән диалог төҙөйбөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Коллективтар менән идара итеү – бик мөһим эш йүнәлеше. Һеҙҙең күптәрегеҙ киләсәктә төрлө ойошмаларҙың етәкселәре булыр һәм республикабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн яуап бирер, моғайын.
Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы студенттарын һәм коллективын уҡыу йортоноң – 95 йыллығы менән, Ә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын факультеттың 35 йыллығы менән ҡотланы.

Һорауҙарға яуаптар яңғыраны
Осрашыу “Һорау-яуап” форматында үтте. Студенттар үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарын бирҙе һәм ентекле яуаптар алды. Мәҫәлән, йәштәр студент үҙидара лидерҙарының белем биреү программаларына ниндәй тәжрибәләр индерергә мөмкин икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров коллективтарҙың йәш етәкселәренең көндәлек йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәлерәк, тип яуап бирҙе. Ул киләсәктә карьера үҫеше өсөн файҙалы тәжрибә бирә. Шул уҡ ваҡытта күп кенә юғары уҡыу йорттары киң күләмдә ғәмәли дәрестәр үткәрә, шул иҫәптән дәүләт органдарында, социаль учреждениеларҙа һәм предприятиеларҙа. Төбәк етәксеһе студент үҙидараһында эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Мин Башҡорт дәүләт университетының 5-се дөйөм ятағында студенттар советы рәйесе булдым. Был бик яҡшы йәмәғәт эшмәкәрлеге мәктәбе булды, ул – артабанғы карьера өсөн яҡшы баҫҡыс бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Уңыштың идеаль рецебы – белем алғас, һөнәрең буйынса эшкә урынлашҡанда. Әлбиттә, һәр ваҡыт шулай булмаҫҡа мөмкин, шул уҡ ваҡытта һөнәри белем биреүҙең өҫтөнлөктәрен аңлау мөһим.
Осрашыуҙа республиканың Көнсығыш илдәре менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүе һәм был өлкәлә йәш белгестәр өсөн перспективалар тураһында һорау яңғыраны.
– Беҙ Ҡытай бизнесының Башҡортостанда булыуы һәм ҙур предприятиелар асыуы өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Ҡытайҙан агрегаттар, автобустар өсөн узелдар, станоктар һәм башҡа тауарҙар һатып алабыҙ. Әгәр Көнсығыш тураһында һөйләһәк, беҙҙең мөһим партнерҙарыбыҙ – Үҙәк Азия илдәре. Ҡаҙағстан – динамик үҫешкән төбәк, һәм беҙ уның менән берлектәге предприятиелар булдырабыҙ. Әлеге ваҡытта Үзбәкстан менән әүҙем һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был илдең халҡы арта, уның ҙур демографик потенциалы бар һәм ул туризм күҙлегенән ҡыҙыҡлы. Сәмәрҡәнд, Бохара, Хива донъяла бындай үҙенсәлекле ҡалалар юҡ.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өсөн нимәләр эшләнеүе менән ҡыҙыҡһынды.
– Әлеге ваҡытта педагогтарға, айырыуса ауыл ерендә эшләгәндәргә ярҙам итеү программалары эшләй, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, йәш ауыл уҡытыусыларына 690 мең һумлыҡ республика гранттарын бирәбеҙ.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса ауыл педагогтары бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация ала ала, тип өҫтәне Радий Фәрит улы. Республика уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү мәсьәләһен хәл итәсәк, тип тә әйтте ул.
– Уҡытыусы ҡағыҙ тултырып ултырырға түгел, ә балалар менән шөғөлләнергә тейеш. Шуға күрә был йәһәттән ярайһы уҡ тәүәккәл эш итәсәкбеҙ, – тине ул.
Башҡорт дәүләт медицина университеты студентын республикала яңы социаль объекттар һәм учреждениелар төҙөү пландары ҡыҙыҡһындырҙы.
– Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын асыу бөтә Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ – был 10 операция бүлмәһе һәм алдынғы технологиялар, улар йөрәккә теләһә ниндәй операция яһарға мөмкинлек бирә, – тине республика Башлығы. – Спорт инфраструктураһына килгәндә, Өфөлә ябыҡ еңел атлетика манежын проектлайбыҙ.

Тотош республика үҫешә
Радий Хәбиров шулай уҡ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн госпиталь – Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектәге проект төҙөү пландары хаҡында һөйләне. Бынан тыш, республикала 2025 йылдың аҙағына тиклем алты поликлиника һәм спорт объекттарын төҙөүҙе тамамлау күҙаллана.
– Беҙ баш ҡаланы ғына түгел, тотош республиканы үҫтерергә тырышабыҙ, – тине ул. – Әйткәндәй, Өфө Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы формалаштырған ҡала мөхите сифаты индексы буйынса илдең миллионлы ҡалалары араһында бишенсе урынды биләй.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров әүҙем студенттарға “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәләрен тапшырҙы һәм йәштәргә уңыштар теләне.
– Осрашыу өсөн рәхмәт. Мин һеҙгә ҙур өмөт бағлайым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙгә республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәген билдәләйәсәк кешеләр итеп ҡарайбыҙ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Буласаҡ етәкселәр үҫә
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас