

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы Ауырғазы күп профилле колледж филиалында булды. Белем биреү учреждениеһы иретеп йәбештереүселәр, ауыл хужалығы етештереү мастерҙары, иҫәпселәр, водителдәр, ашнаҡсылар, йәшелсә үҫтереүселәр әҙерләй. Бында 268 студент уҡый.
Радий Хәбиров уҡыу корпусының тышҡы йөҙөн ҡараны, йөҙ урынға иҫәпләнгән ятаҡта булды, уҡытыусылар коллективы менән аралашты. Филиал мөдире вазифаһын башҡарыусы Нуриман Үлйәбаев әйтеүенсә, колледж бинаһы 1950 йылда, ә ятаҡ 1972 йылда төҙөлгән. Икеһе лә капиталь ремонт талап итә. Уҡытыусылар шулай уҡ учреждениеға үҙаллы уҡыу йорто статусын ҡайтарыу тураһында мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Башлығы филиалды республиканың 2026 йылға иҫәпләнгән урта һөнәри белем биреү йорттарын яңыртыу программаһына индерергә ҡушты.
– Киләһе йылға капиталь ремонт яһаясаҡбыҙ, ятаҡтан башлаясаҡбыҙ. Тракторҙарҙа һәм станок артында эшләйәсәк егеттәргә уңайлы шарттар тыуҙырмаһаҡ, был ғәҙел булмаясаҡ, тип өҙлөкһөҙ әйтеп торам. Шуға күрә уҡыу һәм матди базаны тәртипкә килтерергә кәрәк. Районда ҙур ”Урожай” хужалығы бар. Уның техника менән ярҙам итеүен һорарбыҙ, – тине журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров. – Коллективтың учреждениеға айырым статус биреү тураһындағы үтенесен хуплайым, сөнки район ауыл хужалығы буйынса бик уңышлы эшләй. Биләмә лә ҙур, башлыҡ та ныҡ.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.