Белем һәм тәрбиә
21 Апрель 2025, 14:00

Ә һеҙ башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерһегеҙме?

Ҡайҙа? Ҡасан? Нисәлә? Эфир яҙмаһы ла һаҡлана. Белеп ҡуйығыҙ.

Ә һеҙ башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерһегеҙме?Ә һеҙ башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерһегеҙме?
Ә һеҙ башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерһегеҙме?

Башҡорт телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән традицион мәғрифәтселек акцияһы быйыл 11-се тапҡыр уҙғарыла. Ул 26 апрелдә башланып, 28 апрелгә тиклем дауам итә. Тура эфир 26 апрелдә 11:00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында башлана. Дикторҙар диктантты өс ҡатмарлылыҡ кимәлендә уҡыясаҡ: яңы өйрәнеүселәр, башҡорт телен иркен белгәндәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн.

2025 йылда текстарҙың темалары Ватанды һаҡлаусыларға һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән диктантты ике форматта яҙырға мөмкин.

Офлайн форматта яҙыу 26 апрелдә түбәндә теркәлгән майҙансыҡтарҙа ойошторола: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Өфө фән һәм технологиялар университеты, БР Мәғарифты үҫтереү институты, БР Милли музейы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм башҡа майҙансыҡтарҙа, ә 28 апрелдә “Йәшлек House” йәштәр йортонда.

Диктант өсөн офлайн-майҙансыҡтарҙы теләһә ниндәй белем биреү, мәҙәни учреждениелар, предприятиелар һәм башҡа ойошмалар ойоштора ала. Яңы майҙансыҡтарҙы 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәргә кәрәк. Был урындарға һәр теләгән кеше килә ала, тик сайтта һайланған майҙансыҡта теркәлеү үтеү мотлаҡ. Эштәрегеҙҙе майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға ҡалдырырға кәрәк буласаҡ.

Онлайн-форматта 26-28 апрелдә яҙырға мөмкин. 26 апрелдә 11:00 сәғәттә БЮТ телеканалында, акцияның рәсми сайтында, ойоштороусыларҙың соицаль селтәрҙәрендә тура эфир башлана. Эфир тамамланғас, уның яҙмаһы bashdictant.ru сайтында, https://vk.com/bash_tv һәм https://vk.com/bash_fond социаль селтәрҙәрендә һаҡлана. Теләүселәр эфирҙы ҡабаттан ҡарап, диктант яҙа һәм диктанттарҙы ҡабул итеү тамамланғансы ебәрә ала.

Бындай форматта яҙыу өсөн бер ҡайҙа ла теркәлеү үтергә кәрәкмәй. Эштәрҙе тикшереү өсөн диктанттарҙың фотоһын (сканын) t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон почта аша йәки телеграм-ботта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәреләсәк.

Фото: ооштороу комитеты.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас