Белем һәм тәрбиә
21 Апрель 2025, 11:45

Һеҙ ҙә тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ!

“Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына МХО-ла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр көтәләр

Һеҙ ҙә тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ!Һеҙ ҙә тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ!
Һеҙ ҙә тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ!

Быйыл идеялар биш йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, әммә айырыуса иғтибар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының проекттарына йүнәлтелә. Милли социаль инициатива номинацияһында ошоға ҡағылышлы айырым тема бар.

Бынан тыш, милли технологик инициатива сиктәрендә хәрбиҙәр түбәндәге тректар буйынса үҙҙәренең идеяларын тапшыра ала: армия ихтыяждары өсөн әҙер граждан технологияларын ҡулланыу, граждан белгестәре МХО-ла кәрәк буласаҡ ниндәй белем һәм күнекмәләргә өйрәтә ала, ҡораллы көстәрҙә граждан технологияларын нисек тиҙерәк һәм еңелерәк ҡулланырға, дрондарҙы яңыса ҡулланыу, фронт территорияһын энергия менән тәьмин итеү буйынса идеялар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, әле платформала бөтә илдән 230-ҙан ашыу идея бар. Шулай уҡ улар 15 майға тиклем идея.росконгресс.рф. крауд-платформаһында тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалалар. Ҡулланыусыға йүнәлеште һайларға һәм ғариза тултырырға (проблемалы хәлде, идеяның үҙен, мөмкин булған социаль-иҡтисади эффекттарҙы тасуирлау һ.б. мотлаҡ) кәрәк.

Иң яҡшы идеяларҙы ил етәкселегенә быйыл июлдә үтәсәк форумда тәҡдим итәсәктәр.

Форумдың маҡсаты – ил үҫешенә һәм милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә ҙур өлөш индерәсәк 100 көслө идеяны һайлап алыу һәм тормошҡа ашырыу.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас