Белем һәм тәрбиә
26 Апреля 2025, 09:15

Волга буйы федераль округында "Белем. Беренселәр" марафоны уҙғарыла

Марафондың тәүге көнөндә лекторҙар Рәсәйҙең 11 ҡалаһында йәштәр менән осраша, ә Мәскәүҙәге Еңеү Музейында программа өс көн буйы – 28 апрелдән 30 апрелгә тиклем дауам итә.

Волга буйы федераль округында "Белем. Беренселәр" марафоны уҙғарылаВолга буйы федераль округында "Белем. Беренселәр" марафоны уҙғарыла
Волга буйы федераль округында "Белем. Беренселәр" марафоны уҙғарыла

28 апрелдә Волга буйы федераль округында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Белем. Беренселәр” мәғариф марафоны башлана. Ҡазанда һәм Пермдә уҡыусылар һәм студенттар алдында һуғыш ветерандарының нәҫелдәре, Ватан һаҡсылары һәм хәрби хәбәрселәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһай. Улар йәштәргә Бөйөк Ватан һуғышының героик тарихы хаҡында һөйләй. Уртаҡ киләсәкте төҙөү хаҡына халыҡтың ни тиклем ҡаһарманлыҡ ҡылғанын, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың ни тиклем мөһим икәнен иҫкә төшөрә.

Марафондың тәүге көнөндә лекторҙар Рәсәйҙең 11 ҡалаһында йәштәр менән осраша, ә Мәскәүҙәге Еңеү Музейында программа өс көн буйы – 28 апрелдән 30 апрелгә тиклем дауам итә. Марафондың рәсми партнеры – “Алабуға” махсус иҡтисади зонаһы.

Марафон тотош илде солғап ала, уның майҙансыҡтары һәр федераль округта асыла. Программа Алыҫ Көнсығышта, Көньяҡ Сахалин ҡалаһында башлана. Һуңынан марафон Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалалары – Пермь, Омскиҙа, шулай уҡ Салехардта уҙа, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм Рязандә дауам итә. Майҙансыҡтар Донецк Халыҡ Республикаһында, Владикавказда, герой-ҡалалар Санкт-Петербургта һәм Севастополдә эшләй.

– Еңеү көнө – илебеҙ тарихындағы героик ваҡиғаны сағылдырған ҙур байрам. Еңеү, һис шикһеҙ, бөтә кешелектең киләсәген үҙгәртте. Күп милләтле халҡыбыҙ ҙур тырышлыҡ һәм юғалтыуҙар менән фашизмды еңде, кешеләргә ирекле һәм тыныс тормош бүләк итте. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ваҡыт буйынса сиктәр юҡ, бөгөн дә улар 80 йыл элекке кеүек үк көнүҙәк. Йәштәрҙең үҙ тарихын белеүе һәм хәтерендә тотоуы мөһим. Балалар төрлө өлкәләге ҡаҙаныштарҙың Еңеү менән нисек бәйле икәнен белергә тейеш, – тип билдәләне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.

Ҡазандағы марафон Татарстандың Милли китапханаһында уҙа. Бында йәштәр менән осрашыуға легендар осоусы, Советтар Союзы Геройы М.П.Девятаевтың улы – профессор, М. Девятаев иҫтәлеге фонды ойоштороусыһы Александр Девятаев килә. Осрашыуҙа башҡа билдәле шәхестәр ҙә ҡатнаша.

Пермдә марафонсыларҙы “Кристалл” йәштәр үҙәге ҡабул итә. Бында крайҙың губернаторы Дмирий Махонин һәм башҡалар була.

Башҡа майҙансыҡтарҙа билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре һәм иң ҙур компанияларҙың етәкселәре, шул иҫәптән Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков, финанс министры Антон Силуанов, “Росатом”дың генераль директоры Алексей Лихачев һәм “Газпром-медиахолдинг”тың генераль директоры Александр Жаровтар ҡатнаша. Шулай уҡ Еңеү vаршалдарының вариҫтары: маршал И.С. Коневтың ҡыҙы Наталия Конева, маршал Л.И. Говоровтың ейәне Леонид Говоров һәм башҡа билдәле хәрби династиялар вәкилдәре сығыш яһай.

Программала һуғыш ваҡытындағы һәм унан һуңғы мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм спортҡа айырым иғтибар бирелә. Эрмитаж директоры Михаил Пиотровскийҙың, фигуралы шыуыу буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы Максим Траньковтың сығышы көтөлә. МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби хәбәрселәр ҙә үҙ тәжрибәһе хаҡында һөйләп ишеттерә.

Марафон алдынан “Белем” йәмғиәте Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, төрлө тематик саралар ҙа үткәрә.

Алда хәбәр итеүебеҙсә, әлеге марафонда Башҡортостандан алты студент ҡатнаша, улар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) программаһы буйынса сертификат алыусы йәштәр.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас