Белем һәм тәрбиә
28 Апрель 2025, 15:40

Ойошманың Башҡортостан өсөн әһәмиәте ҙур

Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе Күҙәтеү советы ултырышы үтте.

Ойошманың Башҡортостан өсөн әһәмиәте ҙурОйошманың Башҡортостан өсөн әһәмиәте ҙур
Ойошманың Башҡортостан өсөн әһәмиәте ҙур

28 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Белем” йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – мәғариф эшмәкәрлеген үҫтереү, мәғариф һәм йәштәр проекттарына ярҙам итеү мәсьәләләре.

Республика Башлығы халыҡта тарихи һәм хәҙерге ваҡиғаларға объектив ҡараш формалаштырыуҙың, шулай уҡ патриотик тәрбиә биреүҙең һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙың көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– “Белем” йәмғиәтенең бай традициялары булған эшмәкәрлеге беҙҙең республика өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Был ойошма беҙҙең төп идеологик союздаштарыбыҙҙың береһе булып тора, тиҫтәләрсә мең Рәсәй педагогтарын, авторҙарын, блогерҙарын, фәнде популярлаштырыусыларын һәм башҡа мәғрифәтселек эшмәкәрҙәрен берләштерә. "Белем" граждандарыбыҙға тарихи һәм хәҙерге ваҡиғалар тураһында дөрөҫлөктө, белемгә, патриотизмға һәм үҙ тарихына ихтирамға нигеҙләнгән донъяға ҡарашты еткереүҙә төп роль уйнай.

Видеоэлемтә режимында ултырышта Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәтенең “Волга буйы федераль округы”н үҫтереү идаралығы етәксеһе Дмитрий Травкин сығыш яһаны. Ул республика яғынан мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙе юғары баһаланы.

– Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошмабыҙ эшмәкәрлеген яңынан башлағандан алып өс йыл үтте. Был ваҡыт эсендә “Белем” йәмғиәте илдең төп мәғрифәтселек ойошмаһы статусын кире ҡайтара. Бөгөн беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе муниципаль берәмектәргә, уҡыу йорттарына киңәйтеүгә йүнәлтәбеҙ. Һүҙ фәнни, һөнәри йүнәлеш биреү, патриотик саралар хаҡында бара, уларҙың һаны тиҫтәләгән тапҡырға артҡан, – тине Дмитрий Травкин. – Былтыр Башҡортостан медиаиндекс – сараларға мәғлүмәти ярҙам һәм “Белем” тормошҡа ашырған проекттарға булышлыҡ итеү кимәле буйынса илдә өсөнсө урын яуланы. Был, һис шикһеҙ, ойошмаға төбәк властары һәм шәхсән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың системалы ярҙамы һөҙөмтәһе.

Ойошманың төбәк бүлексәһе рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан биләмәһендәге эш йомғаҡтары тураһында ентекләберәк һөйләне.

Ул хәбәр итеүенсә, 2024 йылда бүлек әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшә – 30 мең тыңлаусы, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн 770-тән ашыу лекция үткәрә. Мәғрифәтселек саралары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Туймазыла, Бәләбәйҙә һәм Салауатта үтә. Улар һөнәри йүнәлеш алыуға, фәнни белемде популярлаштырыуға, патриотик тәрбиәгә йүнәлтелгән.

– Бүлек эшмәкәрлегендә лекторҙар ҙур роль уйнай, уларҙың күбеһе ирекмәнлек шарттарында эшләй. Улар – юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, эксперттар, блогерҙар, бизнес һәм мәҙәниәт вәкилдәре, – тип билдәләне Вадим Захаров. – 2025 йылға төбәк бүлексәһе мәғрифәтселек эшмәкәрлеген артабан үҫтереү, йәштәр менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы форматтарын индереү, лекторҙар берләшмәһен киңәйтеү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бурыстар ҡуя.

Башҡортостан Башлығы “Белем” төбәк бүлексәһенә әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә Вуз-ара студенттар кампусы базаһында заманса мәғрифәтселек майҙансығын булдырыуға булышлыҡ итергә ҡушты.

– Йәмғиәттең төп бурысы – мәғрифәтселек миссияһы. Шул уҡ ваҡытта республикала ошондай эш алып барған күп һанлы ойошмалар, шул иҫәптән Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте бар, – тине Радий Хәбиров. – Проекттарығыҙҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн берҙәм киңлек булдырыу мөһим.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Белем” төбәк бүлексәһе ағзалары менән осрашыу үткәрергә һәм ойошманың көнүҙәк мәсьәләләрен һәм артабанғы эшенең бурыстарын тикшерергә тәҡдим итте.

Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы “Белем” Рәсәй йәмғиәте етәкселеген Китап байрамы Халыҡ-ара китап йәрминкәһе һәм “Әйҙә, уйнарға!" сараларында ҡатнашырға саҡырҙы. Улар Өфөлә 2025 йылдың май аҙағында – июнь башында үтәсәк. Был форумдар ойошманың мәғрифәтселек эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн мөһим майҙансыҡ буласаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас