

Быйыл Башҡортостанда республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә Мәсәғүт педагогия колледжының, Аҡъяр тау колледжының, шулай уҡ Башҡортостан агросәнәғәт колледжы Шишмә филиалының уҡыу корпустары ремонтланасаҡ. Бынан тыш, 2025 йылда “Профессионалитет” федераль проектының грантына лайыҡ булған биш колледжда капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. Уларҙың һәр береһенә республика бюджетынан 50-шәр миллион һум бүленә.
Быйыл шулай уҡ капиталь ремонт үткәреү федераль программаһы сиктәрендә өс колледж (Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау производствоһы колледжы, Салауат мәғариф колледжы, Стәрлетамаҡ политехник колледжы) ремонтланасаҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 282,1 миллион һум бүленә. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
2026 йылда Яңы Балаҡатай ауылында Дыуан күп профилле колледжы филиалында модулле ятаҡтар төҙөү, Малаяҙҙа ошо колледж филиалы ятағын ремонтлау, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалыла Ауырғазы күп профилле колледжы филиалының уҡыу корпусын һәм ятағын ремонтлау планлаштырыла. Капиталь ремонтҡа республика бюджетынан финанслау һигеҙ колледжға – “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашыусыларға һәм грант алыусыларға бүленә. Улар шулай уҡ 50-шәр миллион һум аласаҡ.
Федераль программа буйынса биш колледжды ремонтлау дауам итәсәк.
Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 426,6 миллион һум бүленә. Бынан тыш, 2027 йылға Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглиндағы филиалының уҡыу корпусын 50 миллион һумға ремонтлау планлаштырылған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.