Белем һәм тәрбиә
6 Май 2025, 17:30

Башҡортостан – йәштәр төбәге

Унда 350 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.

Башҡортостан – йәштәр төбәгеБашҡортостан – йәштәр төбәге
Башҡортостан – йәштәр төбәге

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында "Уңышҡа үҙеңдең юлың" тигән форумда ҡатнашҡан йәштәр проекттары етәкселәре менән осрашты.

Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында үтте, унда 350 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан – Волга буйы федераль округында иң йәш төбәк.

– Йәштәр – байлығыбыҙ, тап һеҙгә күп нәмәләр эшләргә кәрәклекте аңлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙ үҙегеҙҙең потенциалығыҙҙы нығыраҡ асһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа юғары мәктәп системаһын юғарыға күтәрергә өлгәштек. Уҡыу йорттарының матди базаһын яҡшыртыу, уҡыу сифатын күтәреү – шуға асыҡ миҫал. Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы үҙе күпте һөйләй. Беҙҙә юғары технологиялы фәнни лабораториялар бар, 2027 йылда заманса дөйөм ятаҡ төҙөйбөҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас