

Республика уҡыусылары 5 майҙан интернетта мутлыҡтарға (фродҡа) ҡаршы тороу механизмдарын, антифрод системаһының эш принциптарын, шикле ғәмәлдәрҙе танырға һәм үҙеңдең мәғлүмәттәреңде яҡларға өйрәнә башланы. Был хаҡта республиканың дәүләт идараһы һанлы үҫеше министрлығында хәбәр иттеләр.
Уҡыусылар яңы “Һан дәресе” миҙгеле курсын үтеп, яңы белем һәм күнекмәләр аласаҡ. Был һанлы технологиялар өлкәһендәге Бөтә Рәсәй белем биреү проекты “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Мәғлүмәттәр технологиялары ярҙамында башҡарылған мутлыҡтар халыҡтың төрлө ҡатламына етди зыян килтерә. Башҡортостанда 2024 йылда Эске эштәр министрлығы 24 меңгә яҡын енәйәт осрағын теркәне, дөйөм зыян суммаһы дүрт миллиард һумдан ашты. Балаларға ҡағылған осраҡтар ҙа бар.”Һан дәресе” хәүефһеҙлек өлкәһендә был проблеманы хәл итеү һәм иҫкәртеү сараһы булараҡ сығыш яһай, – тип билдәләне республика дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
1–4 класс уҡыусылары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен уйындар аша өйрәнәсәк, ышаныслы паролдәр булдырыу һәм шикле иғландарҙы таныу менән шөғөлләнәсәк. 5–9 класс уҡыусылары ысынбарлыҡтағы кейстар миҫалында антифрод-системалар функцияларын өйрәнәсәк.
“Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проекты ( нацпроект «Экономика данных и цифровая трансформация государства“) Дәүләт хеҙмәттәре” системаһын артабан камилләштереүҙе дауам итеп, төп секторҙарҙа һанлы платформалар булдырыуҙы, иҡтисадтың бөтә өлкәләренә ватан IT- сиселештәрен тиҙләтелгән рәүештә индереүҙе, элемтә хеҙмәттәрен үҫтереүҙе тәьмин итә.
Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы