

13 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезының пленар ултырышында ҡатнашты. Делегаттар полилингваль белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре һәм тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа төп бурыстар тураһында фекер алышты.
Пленар ултырыш алдынан төбәк етәксеһе Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында төҙөлгән заманса мәктәптәрҙең проекттары менән танышты. Мәҫәлән, 2025 йылдың 1 сентябрендә Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә 2200 урынлыҡ мәктәп асыласаҡ. Ул Волга буйы федераль округындағы иң ҙур белем усағы буласаҡ.
Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, уҡыу кластарынан тыш, учреждениела дүрт спорт һәм тамаша залдары, кино һәм театр студияһы, нәшриәт үҙәге, робот техникаһы класы, шулай уҡ 3D алымындағы интерактив компьютер бүлмәһе буласаҡ, тип һөйләне. Мәктәп биләмәһендә ике баскетбол майҙансығы, мини-футбол, теннис майҙансыҡтары, йүгереү юлдары, тренажер комплекстары урын аласаҡ.
Баш ҡаланың Глумилин биҫтәһендә яңы уҡыу йылына 1 225 урынлыҡ мәктәпте сафҡа индереү планлаштырыла.
Нефтекамала 1 225 урынлыҡ 18-се «Кәрәҙҙәр» мәктәбе төҙөлөп бөтәсәк. Уның башланғыс кластарында тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлешендәге предметтарҙы тәрән өйрәнеү индерелә. Артабан мәктәп Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөрө фармакология колледжының Нефтекама филиалы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.
Стәрлетамаҡтың Яр буйы биҫтәһендә 2026 йылда 1 050 урынлыҡ 1-се «Гамма» белем биреү үҙәген төҙөп бөтөү планлаштырыла. Бында III кластан программалау һәм робот техникаһы нигеҙҙәрен, ә V кластан физика һәм химия фәндәрен өйрәнергә тәҡдим ителә.
Бынан тыш, Өфө районының Шмидт ауылында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 640 уҡыусыға иҫәпләнгән Белем биреү үҙәге төҙөлә.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы педагогтар өсөн милли мәҙәниәт элементтары булған форма өлгөләрен һәм Шайморатов кластары уҡыусылары өсөн яңы форма моделдәрен ҡараны. «ОПТРИ» предприятиеһы директоры Зөлфирә Ғәзизова әйтеүенсә, мәктәп формаһын тегеүҙә илебеҙҙә етештерелгән сифатлы туҡымалар ғына ҡулланыла.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru