Белем һәм тәрбиә
19 Май 2025, 13:15

Имтихандарға барыһы ла әҙер

Быйыл был сара тыныс шарттарҙа үтер тип көтөлә. 

Имтихандарға барыһы ла әҙерИмтихандарға барыһы ла әҙер
Имтихандарға барыһы ла әҙер

Май аҙағында сығарылыш класс уҡыусылары өсөн мөһим осор башлана – Берҙәм дәүләт һәм дөйөм дәүләт имтихандары тапшырыла. Быйыл был саралар нисек ойошторолор? Ошо турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.

Министр әйтеүенсә, быйыл имтихандар ғәҙәти тәртиптә үтә: мартта сроктан алдағы осор менән башлана һәм өҫтәмә этаптар менән сентябрҙә тамамлана. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын 16844 кеше тапшырасаҡ. Был былтырғы менән сағыштырғанда 1368 кешегә күберәк. Имтиханды үткәреү өсөн 164 пункт әҙерләнгән. 9-сы кластарҙа дөйөм дәүләт имтиханын 434 пунктта 51812 кеше тапшыра, былтырғы менән сағыштырғанда 789 кешегә күберәк.

– Инженерлыҡ белемен үҫтереү маҡсатында мәктәптәрҙә тәбиғи-фәнни йүнәлештәге предметтарҙы популярлаштырыу буйынса эш алып барыла: 2024 йыл менән сағыштырғанда был предметтар буйынса БДИ-ла ҡатнашыусылар өлөшө 28,3 процентҡа тиклем артҡан. Быйыл БДИ-ла ҡатнашыусылар араһында иң популяр предметтар: профилле математика – 55,2 процент, йәмғиәтте өйрәнеү – 34,7 процент, информатика – 26,7 процент, – тине министр. – 9-сы класты тамамлаусылар араһында һайлау буйынса иң киң таралған һәм популяр предмет – информатика (55,8 процент), 47,7 процент балалар географияны һайлаған, йәмғиәтте өйрәнеү – һайлау буйынса өсөнсө предмет (36,13 процент).

11-се класты тамамлаусыларға 3 йәки 4 июлдә бер предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге биреләсәк. Был яңылыҡ 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса индерелә һәм киң ыңғай яуап ала. Дөйөм тапшырыусыларҙың 72,5 проценты үҙ һөҙөмтәләрен яҡшыртҡан. Әммә шуныһы мөһим: ҡабаттан тапшырыу һөҙөмтәһе генә ғәмәлдә буласаҡ, шуға күрә балаларға үҙ белемдәренә ныҡлы ышаныс кәрәк.

2025 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премиялар түләүҙе дауам итеү планлаштырыла. 2024 йылда 118 уҡытыусы ошондай түләүҙәр алған.

БДИ-ла 100 балл алған һәм республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән республика мәктәптәрен тамамлаусыларға шулай уҡ 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия түләнәсәк.

Имтихандарҙың ыңғай һөҙөмтәләре сығарылыш уҡыусыларына белем тураһында документтар алырға мөмкинлек бирә, уларҙы 27 һәм 28 июндә тантаналы шарттарҙа тапшырасаҡтар.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас