

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусын ҡараны.
Кампус директоры Сергей Гладких проекттың концепцияһы һәм уны артабан үҫтереү пландары тураһында һөйләне. Комплекс биналарының дөйөм майҙаны 148 мең квадрат метр тәшкил итә, шуның 78 мең квадрат метрын 4 340 студентты урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ корпустары алып тора. Башланғыс этаплап тормошҡа ашырыла – «IQ-парк» һәм Геном үҙәк файҙаланыуға тапшырылды ла инде.
Сергей Цивилев яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн белгестәр әҙерләү эшен комплекслы хәл итеү кәрәклеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.