Белем һәм тәрбиә
23 Май 2025, 09:30

Күрше өлкәләге Башҡортостан студенттары берләшә

Свердловск өлкәһендә юғары уҡыу йорто яҡташтары ойошмаһы булдырыла.

Күрше өлкәләге Башҡортостан студенттары берләшәКүрше өлкәләге Башҡортостан студенттары берләшә
Күрше өлкәләге Башҡортостан студенттары берләшә

Свердловск өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы студенттарының яҡташтар ойошмаһы ойоштороласаҡ. Уның төп маҡсаты –  эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә берләшеү һәм бер-береңә ярҙам итеү.

Беренсе осрашыу 28 майҙа 18:00 сәғәттә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Урал идара итеү институтында (Екатеринбург ҡалаһы, 8 март урамы, 66-сы йорт, 27-се аудитория) уҙа.

Сараға инеү исемлектәр буйынса ойошторола. Теркәлеү өсөн һылтанма: https://alumni1.timepad.ru/event/3381616/

Сараны ойоштороусылар: БР-ҙың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, БР-ҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – “Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто“ филиалы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас