

VR-күҙлек, яһалма интеллект һәм квиздар...
30 майҙан 1 июнгә иклем барған “Китап байрамы” йәрминкәһендә “Знание” йәмғиәте 11-се сатырҙа эшләй. Төрлө йәштәге ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс һәм технологик әүҙемлек көтә: беренсе ярҙамды күрһәтергә өйрәтеү өсөн VR-күҙлек, көндәлек тормошта һәм шәхси бренд булдырыу өсөн яһалма интеллект ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Эрмитаж, Пушкин музейы, Мария театры һәм Щукин институты буйлап виртуаль сәйәхәттәр, шулай уҡ «Китап детективы» кеүек интеллектуаль квиздар һәм әҙәбиәт аша психологияны тикшереү.
Программаға «Рәсәй ДНК-һы» циклынан һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фильмдар күрһәтеү, заман йәштәре тураһында (“О,кей, Игрек!"Алла Иванова, ӨФҺТУ), Башҡортостандың ижади династиялары (яҙыусы Зөһрә Бураҡаева) һәм нейротармаҡтарҙы өйрәнеү буйынса лекциялар. Был мәғрифәт майҙансығы мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, ата-әсәләргә һәм фән, тарих, мәҙәниәт һәм технологиялар менән мауығыусыларға ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Ҡатнашыу бушлай, әммә һылтанма регистрация по ссылке буйынса алдан теркәлеү мотлаҡ – белем донъяһына сумыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-28/vr-ii-i-kvizy-znanie-na-kitap-bayram-4253947