Белем һәм тәрбиә
29 Май 2025, 18:55

Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?

Ҡыҙ ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам иткән, картуф ултыртҡан, йәшелсә баҡсаһында эшләгән, шул уҡ ваҡытта атаһының ватылған техниканы, велосипедтарҙы нисек ремонтлағанын күҙәткән... Ә бына Рәсәй Президенты менән осрашырын күҙ алдына ла килтермәгәндер.

Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?
Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?

Илеш ҡыҙы Ләйлә Шәрипова “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты. Ҡыҙ Үрге Йәркәйҙәге  Т. Рахманов исемендәге  урта мәктәптең XI класын тамамлай.

 “Ул  – 2023 йылда “Диңгеҙҙе тикшереүҙең  робототехник системалары” профиле буйынса “Милли технологик олимпиада” финалсыһы”, тип яҙа “Маяҡ” гәзите яҡташы тураһында.  

Уҡыусының нисек итеп ауылдағы ғәҙәти тормоштоң  абруйлы технологик олимпиадала еңеүгә килтереүе тураһында һөйләүе Владимир Путинды ҡыҙыҡһындырған. Ҡыҙ күҙәтеү советы ултырышында уңыш серен асҡан.

Баҡтиһәң, техникаға һөйөү бала саҡтан башланған. Ләйлә ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам иткән, картуф ултыртҡан, йәшелсә баҡсаһында эшләгән, шул уҡ ваҡытта атаһының ватылған техниканы, велосипедтарҙы нисек ремонтлағанын күҙәткән. Ошо күҙәтеүҙәр, мауығыуҙар киләсәктә робот техникаһы менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалған. Бөгөн йәш уйлап табыусы, ҡатмарлы технологияларҙы мауыҡтырғыс уйындарға әүерелдереп, “Берлога” белем биреү платформаһын эшләүҙә ҡатнаша.

Президент Ләйләнең сығышына аңлатма биреп, Рәсәйҙең технологик суверенитеты өсөн робот техникаһының әһәмиәтенә иғтибарын йүнәлтте һәм уның кеүек йәштәрҙең был стратегик тармаҡта ҙур эштәр башҡарасағына ышаныс белдерҙе.

 Фото: “Маяҡ” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәренән.

 

Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?
Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?
Ләйлә Владимир Путинға нимә тураһында һөйләгән?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас