

Өфөнән өлкән кластарҙа уҡыған 30 бала Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды булышлығындағы уникаль проектта ҡатнашты. “Телешко” медиамәктәбенең тәжрибәле остаздары етәкселегендә үҫмерҙәр заманса медиатехнологияларҙы өйрәнде.
“Медиаформат” йәмғиәте тарафынан ойошторолған, режиссер Рөстәм Аҙнабаев етәкселегендәге проект Башҡортостанда йәштәр өсөн сифатлы медиаконтентты етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. “24/7” йәштәр ток-шоуын әҙерләү һөҙөмтәләрҙең береһе булды. Ул тиҙҙән “Башҡортостан 24” каналында күрһәтеләсәк. Тапшырыуҙа билдәле шәхестәр, шул иҫәптән республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, алып барыусы Лилиә Ҡурамшина һәм башҡалар ҡатнашҡан. Тағы шулай уҡ “Башҡорт кухняһы әлифбаһы” кулинар шоуы проекты булған. Ул “Тамыр” телеканалында күрһәтеләсәк. Үҙҙәренең “ЭЙЕ ӨФӨ” Telegram-каналы тиҙ арала 2,5 мең подписчикты йыйған.
Йәш блогерҙар республиканың сәнәғәт предприятиеларында, туристик объекттарҙа булған.
Сығанаҡ, фото: “Медиаформат” йәмғиәте.