

Проектты 2025 йылдың апрелендә үткән "Белем" йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе Күҙәтеү советы ултырышы йомғаҡтары буйынса тормошҡа ашырҙылар. Был бурысты республика етәксеһе ҡуйғайны. Киңлекте булдырыуҙың маҡсаты - Рәсәй белем йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм Рәсәй тарихи йәмғиәте төбәк бүлексәләренең берлектәге мәғрифәтселек инициативаларын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.
Төбәк бүлексәләре вәкилдәре үҙ ойошмаларының эшмәкәрлеге, шулай уҡ берлектәге эш пландары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 2025 йылдың йәйендә профилле сменалар ваҡытында "Патриот" паркында күсмә күргәҙмәләр һәм лекциялар, ә октябрь-декабрҙә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында лекторий үтәсәк. Ул 10 мең кешене йәлеп итәсәк.
Фото: glavarb.ru