

Өфөлә Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Беренсе урынды БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан "Үҫеш формулаһы" командаһы яуланы. "Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар - 2025" командаһы вице-чемпион булды. Өсөнсөлә - Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының "Инвест-Тәҙрә" командаһы.
Төбәк финалын Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында Президент академияһы (РАНХиГС) һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо. Еңеүсе команда һәм вице-чемпион чемпионаттың Милли финалында төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү институты директоры урынбаҫары Вячеслав Шоптенко билдәләүенсә, Башҡортостан бишенсе тапҡыр чемпионаттың төбәк этабын уҙғара. Былтыр республиканың баш ҡалаһы Өфө турнирҙың тарихтағы иң ҙур милли финалын ҡабул иткәйне.
Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында һигеҙ команда стратегик идара итеү күнекмәләрен үҙләштерҙе. Өс турҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ етәкселәре, эре компанияларҙың топ-менеджерҙары, шулай уҡ Өфөнөң юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм эшлекле берләшмәләр вәкилдәре еңеү өсөн көрәште. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан командалары бик лайыҡлы уйнаны.
- Чемпионат Башҡортостан командалары өсөн оҫталыҡ кимәлен күрһәтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек булып тора. Беҙҙең идара итеү мәктәбе бөтә кәрәкле компетенцияларға эйә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары- иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Бөгөнгө этапта еңеүселәрҙең донъя чемпионатына юллама алыу мөмкинлеге бар. Рәсәй командалары алты тапҡыр донъяла иң яҡшыһы булды. Чемпионаттың һәр унынсы ҡатнашыусыһы - рәсәйҙәр. Программаны тормошҡа ашырыуҙың 20 йыллығы эсендә Рәсәйҙә уны 100 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/26870/