Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2025, 12:15

 Өфөлә вуз-ара студенттар кампусында ижтимағи-ағартыу киңлеге асылды

30 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында булды.

Өфөлә вуз-ара студенттар кампусында ижтимағи-ағартыу киңлеге асылдыӨфөлә вуз-ара студенттар кампусында ижтимағи-ағартыу киңлеге асылды
 Өфөлә вуз-ара студенттар кампусында ижтимағи-ағартыу киңлеге асылды

30 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында булды. Проектты 2025 йылдың апрелендә үткән «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе Күҙәтеү советы ултырышы йомғаҡтары буйынса республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырҙылар. Киңлекте булдырыуҙың маҡсаты - Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең, Рус география йәмғиәтенең, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең һәм Рәсәй тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәләренең берлектәге мәғрифәтселек инициативаларын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.

 IQ-парктың икенсе ҡатындағы бүлмәлә ойошма вәкилдәре өсөн дүрт эш зонаһы, берлектәге эшмәкәрлек өсөн коворкинг, китапхана һәм мультимедиа экраны йыһазландырылған. Төбәк бүлексәләре вәкилдәре үҙ ойошмаларының эшмәкәрлеге, шулай уҡ берлектәге эш пландары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 2025 йылдың йәйендә профилле сменалар ваҡытында «Патриот» паркында күсмә күргәҙмәләр һәм лекциялар үтәсәк, ә октябрь-декабрҙә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ҙур лекторий ойошторола, ул 10 мең кешене үҙ эсенә аласаҡ.

Мәғлүмәт:  https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufimskom-mezhvuzovskom-studencheskom-kampuse-evraziyskogo-noc-otkryli-obshchestvenno-prosvetitelskoe-prostranstvo-77539

Фото: БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас