

Республикала йәйге осорҙа 1 899 балалар һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
Балалар өсөн тематик профилле сменалар ойоштороласаҡ. Төрлө типтағы йәйге лагерҙарҙа 200 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк, ә һауыҡтырыу кампанияһында, балалар ялын ойоштороуҙың бөтә формаларын иҫәпкә алып, 520 мең самаһы бала ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостандың балалар лагерҙары Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 баланы һәм 50 оҙатыусыны ҡабул итәсәк. Уларҙы Мәләүез районында “Дуҫлыҡ” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында урынлаштыралар.
Республика етәксеһе хәүефһеҙлек һәм санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.
– Был эшкә яуаплы ҡарарға кәрәк. Республикала йөҙҙәрсә мең бала ял итәсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Балалар лагерҙарҙан сәләмәт һәм ял итеп ҡайтырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә йәйге һауыҡтырыу учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһын әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Был бик мөһим мәсьәлә. Уларҙы тәртипкә килтереү өсөн аҡсаны маҡсатлы рәүештә йүнәлтәсәкбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бындай программаны формалаштырырға һәм эштәрҙе киләһе йылдан башларға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.