

Балалар тәрбиәләүҙә, оло-оло эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙа, йәш быуынға хәстәрлек күрһәтеүҙә ир-аттың ҡатнашыуы бик мөһим. Яңыраҡ Әхиәр Хәкимов музейы хеҙмәткәрҙәре һәм Дәүләкән районының Атайҙар советы интернат-мәктәптең 9-сы шайморатовсылар класы уҡыусылары менән иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу үткәрҙе.
Тыуған яҡ тарихы һәм төбәк тәбиғәте менән яҡындан танышыу, легендалар тыңлау, аттарҙа һыбай йөрөү балаларға бик оҡшаны. Күптәр аттарҙы тәү тапҡып яҡындан күреп, уларҙың, көсөнә, матурлығына, үҙҙәрен ғорур тотоуына һоҡланды. Атта һыбай йөрөү буйынса инструктор кеше тормошонда аттарҙың роле, уларҙың тарихы тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән таныштырҙы.
Сәфәр ысын мәғәнәһендә тыуған ергә хөрмәт дәресе булды, тип әйтергә мөмкин. Өлкәндәр менән бергә булыу, һорауҙарға яуаптар алыу балаларҙы шатландырҙы. Атайҙар советы – мөһим ойошма, уның ағзаларының ваҡыт табып, балаларҙың иҫендә ҡалырлыҡ сара үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт. Йәйге каникулдар осоронда ла уларҙың малай һәм ҡыҙҙарҙың тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.