Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2025, 10:30

Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән

Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбен уҡыу йорттарын капиталь ремонтлау федераль программаһына индерергә планлаштыралар.

Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгәнТау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән

6 июндә Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбендә булды.

Уҡыу йорто бинаһы 1963 йылда төҙөлгән. 362 кеше һыйҙырышлы белем усағында 498 бала шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта бында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, учреждениела тамаша залы һәм ашхана юҡ.

Дөйөм мәктәп сараларын үткәреү өсөн ауылдың башҡа мәктәптәре майҙансыҡтары ҡуртымға алына. Ә уҡыусыларҙы Аҡъяр тау колледжы ятағының яраҡлаштырылған бинаһында туҡландыралар.

Быйыл “Башмедь” компанияһы аҙыҡ-түлек блогын урынлаштырыу планлаштырылған яңы корпус төҙөлөшөн башлау өсөн аҡса бүлгән. Муниципалитет хакимиәте проект документацияһын әҙерләй башлаған да инде.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән “Мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау” федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза төҙөлә.

Төбәк етәксеһе уҡыу йорто биналарын – кабинеттарҙы һәм аҙыҡ-түлек блоктарын ҡараны һәм республиканың яңы корпус төҙөүгә булышлыҡ итәсәген билдәләне.

– Әлбиттә, мәктәптең үҙ ашханаһы булыуы мөһим – заманса, яҡшы туҡланыуҙы ойоштороу менән. Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән. Республика ла был башланғысты хупларға әҙер. Учреждениеның федераль капиталь ремонт программаһына инеүе мөһим. Был беҙҙең мәктәптәрҙе тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru.

Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Тау-байыҡтырыу компанияһы яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас