

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында география уҡытыусылары – Республика белем биреү предмет слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. Республика етәксеһе үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү формалаштырыуҙары һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу теләген тыуҙырыуҙарын билдәләне.
– Беҙҙең идарасы команданың стратегик йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һәм матурлығын республикабыҙ һәм Рәсәй, башҡа дәүләттәр халҡы өсөн асыу. Шуға күрә туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр һеҙ, педагогтар, “интеллектуаль юл” һалмаһағыҙ һәм төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятмаһағыҙ, бурысты үтәп сығыу ауырыраҡ булыр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм уларҙы ҡарарға әҙермен, – тине төбәк етәксеһе.
Аҙаҡ Радий Хәбиров педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уҡытыусылар республика муниципалитеттарында, вуз уҡыусыларын да йәлеп итеп, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында география уҡытыусыларының слеттарын үткәреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Тағы ла бер мәсьәлә – Башҡортостан географияһы буйынса берҙәм уҡыу пособиеһы нәшер итеү тураһында. Башҡортостан Башлығы был теманың хәҙерге шарттарҙа көнүҙәклеген билдәләне. Осрашыуҙа шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында мәктәп походтарына финанс ярҙамы мөмкинлеге тураһында һөйләшеү булды. Уҡыусылар өсөн “Географик минимум” әҙерләнәсәк. Радий Хәбиров был эштең мөһимлеген билдәләп, бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелеүен талап итте. Осрашыу аҙағында ул педагогтарға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай мөһим аралашыуҙың даими нигеҙҙә дауам итеүенә ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Башлығы “Рус география йәмғиәте шишмәләре” проектында ҡатнашыусыларға – ойошманың урындағы бүлексәләренә шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
Азат Мөхәмәтйәнов фотолары.