Белем һәм тәрбиә
21 Июнь 2025, 17:00

Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?

Ултырышта меморандумға ҡул ҡуйылды.

Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?
Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала хәүефһеҙ ҡулланыу темаһына "түңәрәк өҫтәл" үтте. Осрашыуҙы "Яһалма интеллект хәүефһеҙлеге мәктәбе" грант проектына ярашлы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ киберүҙәге ойошторҙо.

Ултырыш эшендә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан, Өфө дәүләт нефть техник университетынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, шулай уҡ профилле ИТ-компанияларҙан белгестәр ҡатнашты. "Түңәрәк өҫтәл"дә Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары өсөн тәҡдимдәр менән меморандумға ҡул ҡуйылды. Документтың һуңғы тексы яҡын арала баҫылып сығасаҡ һәм тейешле ведомстволарға ебәреләсәк. Медицинала яһалма интеллект рентген һүрәттәрен, МРТ-ны һәм башҡа һүрәттәрҙе интерпретациялауға ярҙам итә, яман шеш ауырыуҙарын, һынылыш билдәләрен ябай күҙ менән асыҡлап булмаҫлыҡ теүәллек менән билдәләй ала. Ҙур телдәр моделе өлкәһендәге ҡаҙаныштары ла һиҙелә: GigaChat Рәсәй платформаһы "дауалау эше" һөнәре буйынса имтиханды уңышлы үткән.

– БДМУ-ның математик моделләштереү лабораторияһында вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында табип ҡарарҙарына ярҙам итеү һәм диагностика системалары эшләнә. Беҙ табиптарға патологияларҙы (мәҫәлән, УЗИ-ла шештәрҙе) асыҡларға, медицина мәғлүмәттәрен анализларға һәм диагностик процестарҙы оптималләштерергә ярҙам иткән инструменттар эшләйбеҙ, шулай уҡ университетыбыҙҙың башҡа ғилми лабораториялары ғалимдарының тикшеренеү проекттарына статистик, математик ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип һөйләне БДМУ-ның мәғлүмәт технологиялары идаралығы начальнигы, доцент Азат Билалов.

Университет ғалимдары тикшеренеүҙәрҙә һәм эшләнмәләрҙә ИИ технологияларын әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында БДМУ-ның математик моделләштереү лабораторияһының йәш ғалимы Роман Юровских табип-диагностиканың көндәлек бурыстарын еңеләйтеү өсөн автоматлаштырылған система булдырыуҙың башланғыс этабын уңышлы тамамлай. Система эште автоматлаштырыу һәм субъектив хаталарҙы кәметеү иҫәбенә простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың аныҡлығын, тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

"Ультратауыш диагностикаһы һөҙөмтәләре буйынса бөйөр шештәрен асыҡлау өсөн машиналарҙы өйрәнеү ысулдарын ҡулланыу" тигән хеҙмәтендә Ирина Давыдова компьютерһан күреү алгоритмдарын ҡулланып, УЗИ сонограммаларын анализлау процесын автоматлаштырыуҙы этаплап тәҡдим итә. Өфө кампусында лаборатория эше тулыһынса персонализацияланған медицинаны үҫтереү өсөн заманса һанлы технологияларҙы ҡулланыуға ҡоролған. Тикшеренеүселәр һәм инженерҙар тере туҡымалар, ағзалар, биологик процестар моделдәрен төҙөү өсөн моделдәрҙең инженер пакеттарын, машиналар өйрәнеү ысулдарын, математик физика аппаратын ҡуллана. Лаборатория ғалимдары биология, медицина тикшеренеүҙәрендә ҡатмарлы системаларҙы анализлай. Алынған белем биологик процестарҙың тәртибен, ауырыуҙарҙың динамикаһын, дауалауҙың һөҙөмтәлелеген аңларға, алдан әйтергә ярҙам итә. Был диагностикалау һәм терапияның яңы ысулдарын эшләү, шулай уҡ дауалауҙың ғәмәлдәге алымдарын оптималләштереү мөмкинлеген бирә.

Эксперттар, "түңәрәк өҫтәл"дә тәҡдим ителгән саралар яңы технологияларҙы уҡыу процесына хәүефһеҙ интеграциялауға ярҙам итәсәк һәм республиканың федераль кимәлдәге уңышлы тәжрибәһен киңәйтеү өсөн нигеҙ буласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған "йондоҙлоҡ" барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта "Йәштәр һәм балалар" милли проекты ярҙамында ошондай 24 студҡаласыҡ проектлана һәм төҙөлә. Уларҙың береһе тулыһынса Мәскәүҙә МДТУ базаһында төҙөлгән. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Өфө вуз-ара кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған урын.

Фотолар: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?
Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?
Яһалма интеллектты мәғарифта һәм медицинала нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас