Белем һәм тәрбиә
26 Июнь 2025, 10:00

Өс фәндән 300 балл йыйған уҡыусыны бүләкләнеләр

Берҙәм дәүләт имтихандарында бындай һөҙөмтә  Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр теркәлде

Өс фәндән 300 балл йыйған уҡыусыны бүләкләнеләрӨс фәндән 300 балл йыйған уҡыусыны бүләкләнеләр
Өс фәндән 300 балл йыйған уҡыусыны бүләкләнеләр

 Өфө ҡала мэрияһындағы оператив кәңәшмә  Берҙәм дәүләт имтихандарында бер юлы өс предметтан  300 балл йыйған  153-сө лицей уҡыусыһы Алексей Лобовты ҡотлауҙан башланды. Ул физика, информатика һәм профилле математика фәндәренән иң юғары балл йыйҙы. Рус теленән имтиханды 94 балға тапшырған.

Берҙәм дәүләт имтихандарында бындай һөҙөмтә  Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр теркәлде. Ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев  сығарылыш уҡыусыһына, лицей директорына һәм педагогтарға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.

“Мин быны нисек, ниндәй тырышлыҡ һәм көс һалып эшләгәнһегеҙҙер, ысынлап та, белмәйем. Әммә, моғайын, бында ултырғандар уны ҡабатлай алмаҫтыр. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Һеҙҙең дә шулай бөтәһе лә  виртуоз , ғәйәт шәп килеп сығыуын теләйбеҙ. Был, әлбиттә, педагогтар, ата-әсәләр командаһының иҫ киткес ҙур хеҙмәте, уларға түҙемлектәре өсөн ҙур рәхмәт. Моғайын, бындай һөҙөмтәгә ирешеү өсөн  команда эше  кәрәктер”, - тип билдәләне  Ратмир Мәүлиев.

 Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас