Белем һәм тәрбиә
1 Июль 2025, 11:15

Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим

2 – 4 июлдә Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы уҙа. “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сара баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үтә. 

Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһимТрадициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим
Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим

2 – 4 июлдә Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы уҙа. “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сара илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ике меңгә яҡын йәш ғалимды йыясаҡ. Сара баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үтә.

Сара йәш ғалимдар берләшмәләрен йәмғиәтте һәм илде үҫтереү буйынса мөһим башланғыстарға, шул иҫәптән Рәсәйҙең фәнни-технология үҫеше стратегияһын, Фән һәм технологиялар ун йыллығы бурыстарын тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Съезды ойоштороусылар түбәндәге бурыстарҙы айырып билдәләй:

  • фән, бизнес, төбәк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн йәш ғалимдарҙың үҙ-ара эш итеү форматтарын үҫтереү;
  • илебеҙ граждандары араһында Рәсәй фәненең ҡаҙаныштарын киңерәк танытыу;
  • йәш ғалимдарҙың һөнәрҙән тыш күнекмәләрен үҫтереү.

Ошо маҡсатта съезд майҙансыҡтарында йәштәрҙең ғилми берләшмәләре вәкилдәре, аспиранттар һәм студенттар йыйыласаҡ. Улар фән һәм юғары белем биреү өлкәһендә йәштәр сәйәсәтенең киләсәге, төрлө ғилми берләшмәләрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, бөгөн илебеҙ өсөн көнүҙәк һаналған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлөш индереү һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышасаҡ.

Кемдәр ҡатнаша?

  • Йәш ғалимдар советтары вәкилдәре;
  • студенттарҙың фәнни берләшмәләре вәкилдәре;
  • йәш ғалимдар – дәүләт ярҙамы алыусылар, Рәсәй Федерацияһы Президентының фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаттары;
  • фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар берләшмәһе вәкилдәре;
  • йәштәрҙең башҡа төрлө ғилми берләшмәләре вәкилдәре,
  • аспиранттар һәмм студенттар.

Сара хаҡында ҡыҫҡаса

Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советы съезы 2009 йылдан алып үткәрелә. 2017 йылдан сара илдең баш ҡалаһында ғына түгел, Рәсәй субъекттарында ла уҙғарыла башланы. 2023 йылдан фәнни йыйында студенттарҙың ғилми берләшмәләре вәкилдәре лә ҡатнаша.

Быға тиклемге съездар Түбәнге Новгородта һәм Владивостокта үткәйне. Быйыл эстафетаны Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итә. Съезды ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы сығыш яһай. Сара Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә.

Ниндәй мәсьәләләр ҡараласаҡ?

Съездың эше бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Йәш ғалимдар “Фән һәм дәүләт”, “Фән, дәүләт һәм берләшмәләр”, “Фән һәм карьера” секцияларында фекер алышасаҡ. Уларҙа фән өлкәһендәге дәүләт яҡлауы саралары, йәштәрҙе, айырыуса һәләтле студенттарҙы ғилем донъяһына йәлеп итеү үҙенсәлектәре, фән менән йәмғиәт араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Мәҫәлән, һөйләшеү темалырының береһе “Йәш ғалимға ғилми башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн, дәүләттән тыш, тағы кемдәр ярҙам итә ала?” тип атала. Йәғни съезда ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәргә эйә буласаҡ, тәжрибә, фекер уртаҡлашасаҡ.

Сара барышында төрлө проект эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ. Традицияға ярашлы, Рәсәй Фәнни фонды мәктәбе үҙ эшен ойошторасаҡ, ул тәүге тапҡыр тикшеренеүселәргә ярҙам итеү механизмдарын камиллаштырыу буйынса стратегик сессия үткәрәсәк. Шулай уҡ Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре проекттары араһында уҙғарылған конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ.

ФЕКЕР

Наталия Латипова, БР Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара компанияһы директоры: 

– Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советының һәм студент фәнни берләшмәләренең съезын уҙғарыу йәштәр фәнен үҫтереүгә тағы бер этәргес көс, Башҡортостан Башлығы тарафынан фән үҫешенә йүнәлтелгән курсты раҫлаған сағыу ваҡиға буласаҡ. Республикабыҙ ил күләмендә йәш ғалимдарға ярҙам саралары йәһәтенән алдынғы төбәк һанала, ә Өфө – талантлы йәштәрҙе үҙенә тартҡан үҙәк.

Үҙендә фәнде, мәғарифты һәм индустрияны берләштергән Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең эшмәкәрлеге, заманса инновациялы инфраструктураға эйә Өфө вуз-ара студенттар кампусын булдырыу, етештереү тармаҡтарында ғәмәлдә ҡулланырлыҡ эшләнмәләр булдырған алдынғы йәштәр лабораториялары – былар барыһы ла республиканың һәм тотош илдең тиҙләтелгән фәнни-технология үҫешенә булышлыҡ итә.

– Һуңғы йылдарҙа Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә 15 мең яңы юғары технологиялы эш урыны булдырылды, 470-тән ашыу технология производствоға тапшырылды, өс меңдән ашыу патент рәсмиләштерелде. Беҙгә тиҙлекте арттырыу мөһим һәм был йүнәлештә йәш ғалимдар этәргес көс булып тора. Беҙ үҙ майҙансыҡтарыбыҙҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән съезд ҡунаҡтарын ҡабул итеүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға һәм башҡа субъекттарҙың иң яҡшы тәжрибәләрен үҙләштереүгә шат буласаҡбыҙ. Сарала ҡатнашыусылар фән, индустрия, төбәк мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында йәш тикшеренеүселәр берләшмәләренең үҙ-ара эш итеүенең яңы форматтарын тәҡдим итә, эшләй ала.

Шулай уҡ съезд барышында ҡунаҡтарға – Рәсәйҙең йәш ғалимдарына – Евразия фәненең “йөрәген” күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ: сараларҙың бер өлөшө IQ -парк һәм кампустың Геном үҙәге майҙансыҡтарында үтәсәк. Ҙур йыйында ҡатнашыусыларҙы ғилми сәйәхәткә саҡырабыҙ – программала Өфө буйлап фәнни-популяр турҙар үткәреү планлаштырылған, улар һоҡланғыс республикабыҙҙың фән һәм туризм йәһәтенән мөмкинлектәрен асыҡ күрһәтәсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим
Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим
Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим
Традициялар тәрәнлеге лә, технологиялар бейеклеге лә мөһим
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас